Йәмғиәт
6 Май , 04:30

Башҡортостан МХО ветерандары ассоциацияһы башҡа төбәктәргә үрнәк

Башҡортостанда Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы 2 300 кешене берләштерә. Был хаҡта төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткәргән оператив кәңәшмәлә ойошма рәйесе Оскар Ситдиҡов хәбәр итте.

Башҡортостан МХО ветерандары ассоциацияһы башҡа төбәктәргә үрнәкБашҡортостан МХО ветерандары ассоциацияһы башҡа төбәктәргә үрнәк
Башҡортостан МХО ветерандары ассоциацияһы башҡа төбәктәргә үрнәк

– Беҙҙең ойошма икенсе йыл эшләй. Беҙ системалы эш этабына сыҡтыҡ һәм МХО ветерандарын туплауҙың, уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлауҙың һөҙөмтәле ҡоралына әйләндек, – тип билдәләне Оскар Ситдиҡов. – Республиканың һәр муниципалитетында беҙҙең вәкил башлыҡ кәңәшсеһе статусында эшләй.

Республика МХО ветерандары ассоциацияһының төп ҡаҙаныштары иҫәбендә – бушлай, шул иҫәптән күсмә форматта консультациялар үткәреү өсөн юридик штаб булдырыу, ветерандарҙы диспансерлаштырыу һәм психологик тикшереү маршрутын әҙерләү. Өфөнөң һәм Мәскәүҙең алдынғы юғары уҡыу йорттары менән берлектә ҡайтанан һөнәри әҙерләү программалары эшләй башлаған.

– 2026 йылдың февралендә Өфө МХО ветерандары ассоциацияһының Бөтә Рәсәй сборҙарын ҡабул итте. Төбәк бүлексәләре етәкселәре, федераль эксперттар, тотош илдән профилле министрлыҡтар вәкилдәре Рәсәйҙә ветерандар хәрәкәтен үҫтереү стратегияһын тикшерҙе, – тип өҫтәне Оскар Ситдиҡов. – Башҡортостан тәжрибәһе юғары баһаланды һәм башҡа төбәктәрҙә таратыу өсөн нигеҙ итеп алынды.

Йәмәғәт ойошмаһының 2026 йылға пландарында – Нефтекамала, Стәрлетамаҡта, Белоретта, Туймазыла һәм Өфө районында зона семинарҙары, «Өфө – Шайморатов» Еңеү автоуҙышы, «Ғаилә һабантуйы», «Ҙур ғаилә уйындары» саралары, «Өмөт ептәре» хәйриә йәрминкәһе һәм «Ватанға хеҙмәт итәм» республика форумы уҙғарыу.

Оскар Ситдиҡов шулай уҡ бер нисә тәҡдим менән сығыш яһаны. Һүҙ иҡтисадтың реаль секторы предприятиелары менән партнёрлыҡ аша ветерандарҙы эшкә урынлаштырыу программаһын киңәйтеү, республиканың бөтә мәктәптәренә «Инфоҡалҡан» дәрестәрен индереү, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү үҙәктәрендә Ассоциация вәкилдәренең эш кабинеттарын йыһазландырыу хаҡында бара.

Радий Хәбиров республиканың МХО ветерандары ассоциацияһына яҡшы эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Башҡортостандың ветерандар хәрәкәтен координациялаусы федераль үҙәктәренең береһе булараҡ ролен нығытыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Ойошманың структур йәһәттән формалашыуын күрәбеҙ. Муниципалитет етәкселәренә мөрәжәғәт итәм: ойошма МХО ҡатнашыусылары менән эштә беҙҙең өсөн төп партнёр булып тора, – тип йомғаҡ яһаны Башҡортостан Башлығы. – Урындарҙағы Ассоциация вәкилдәре муниципаль структураға интеграцияланырға, эш урыны менән тәьмин ителергә һәм, әлбиттә, кәрәкле ҡарарҙарҙы тиҙ арала ҡабул итеү өсөн даими рәүештә башлыҡтар менән осрашырға һәм аралашырға тейеш.

Автор:
Читайте нас