

Тә-әк, көрәк-тырмаларығыҙҙы әҙерләй башлаһағыҙ ҙа була, йәмәғәт! Синоптиктар шулай фаразлай.
Бөгөн, 5 майҙа, республикала урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуыуы ихтимал. Һауа температураһы көндөҙ +18,+23 градус тирәһе буласаҡ.
Иртәгә, 6 майҙа, шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар ихтималлығы бар. Төндә +4, +9, көндөҙ +20, +25 градус йылы көтөлә!
Кесаҙна, 7 майҙа, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, йәшен күҙаллана. Төндә +6, +11, көндөҙ +20, +25 градус йылы фаразлана.
Тышта һыуыҡ булһа булһән, күңелдә һыуыҡ булмаһын, тиһәк тә, тыш та йылы булһын әле ул. Йәшелсә-емештәребеҙ, ғөмүмән, тәбиғәт, тереклек ҡалай көтә йылыны! Иң мөһиме, үҙебеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ, илгә именлек, тыныслыҡ насип булһын!
“Башинформ” мәғлүмәттәре файҙаланылды.