Йәмғиәт
5 Мая , 10:45

МХО-ның медиа мираҫы Башҡортостандың милли архивында һаҡланасаҡ

Тарих бөгөн яҙыла, һәм Башҡортостанда яҡташтарыбыҙҙың батырлыҡтары тураһында бер факт та юғалмаһын өсөн хәстәрлек күрергә ҡарар иттеләр.

МХО-ның медиа мираҫы Башҡортостандың милли архивында һаҡланасаҡМХО-ның медиа мираҫы Башҡортостандың милли архивында һаҡланасаҡ
МХО-ның медиа мираҫы Башҡортостандың милли архивында һаҡланасаҡ

Бөгөн, 5 майҙа, республиканың иң ҙур дәүләт медиахолдингтары — «Башҡортостан» ТРК, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто етәкселәре һәм Башҡортостан Милли архивы директоры махсус хәрби операцияға бәйле материалдарҙы мәңгелек һаҡлауға тапшырыу тураһында килешеүҙе нығытты. Был ябай бюрократик процедура ғына түгел, ә тарихи дөрөҫлөктө теркәү буйынса ҙур эш.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуын үтәү сиктәрендә ведомстволар яугирҙарҙың батырлыҡтары һәм хәрби юлдары тураһында материалдар йыйыу һәм архивлаштырыу менән шөғөлләнә.

Республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев әйтеүенсә, МХО зонаһында Башҡортостандан яҡынса 40 хәрби хәбәрсеһе даими эшләй. Уларҙың репортаждары, интервьюлары һәм эксклюзив кадрҙары ваҡиғаларҙың документаль хроникаһы нигеҙен тәшкил итәсәк.

Килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһында республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов 5 май датаһының символик әһәмиәтен билдәләне. Был көндө совет заманында Матбуғат көнө итеп билдәләйҙәр ине. Ул Башҡортостандың Рәсәйҙә хәрби хәбәрселәр статусын закон менән нығытҡан тәүге төбәк булыуын иҫкә төшөрҙө.

- Хәрби хәбәрселәр ғәмәлдә беҙҙең яугирҙәр менән бергә алғы һыҙыҡта, уларҙың көнкүрешен һәм батырлыҡтарын документлаштырып, буласаҡ быуындар өсөн был эште мәңгелеккә һаҡлап алып бара. Был еңел булмаған һәм хәүефле эште коллегаларыбыҙ беренсе йыл ғына башҡармай, - тип билдәләне Марат Ғәзизов.

Башҡортостан Милли архивы директоры Кинйә Күскилдин архив хеҙмәттәренең был йүнәлештә эш башлауын әйтеп үтте.

- Беҙ электрон ташыусыларҙы, ҡағыҙ документтарҙы, радио-фонд документтарын алабыҙ. Материалдар меңләгән берәмектәр менән иҫәпләнә. Был өлкәлә беҙгә бик ҙур эш башҡарырға кәрәк, - тип билдәләне ведомство етәксеһе. - 2022–2023 йылдарҙа ҡабул иткән нәмәләр генә лә алда торған эш күләменең бик бәләкәй өлөшөн генә тәшкил итә. Архивсылар эшенән тыш, беҙгә документтарҙы системаға һалырға, экспертиза үткәрергә, шунан һуң ғына уларҙы республикабыҙҙың һәм Рәсәй Федерацияһының архив фондына тапшырырға кәрәк.

«Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина журналистарҙың МХО тураһындағы медиаматериалдарын киләсәк быуындар өсөн айырым әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне, ә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы етәксеһе Рауил Зарипов бындай эштең журналистика эшен тулы тарихи документҡа әйләндереүен әйтеп үтте.

Һүҙ ыңғайында, архивҡа хәрби хроника ғына түгел, ә киң халыҡ ярҙамы тураһында дәлилдәр: фронтҡа ярҙам иткән балаларҙан алып 90 йәшлек өләсәйҙәр ярҙамы тарихына тиклем индереләсәк.

МХО-ның медиа мираҫы Башҡортостандың милли архивында һаҡланасаҡ
МХО-ның медиа мираҫы Башҡортостандың милли архивында һаҡланасаҡ
МХО-ның медиа мираҫы Башҡортостандың милли архивында һаҡланасаҡ
МХО-ның медиа мираҫы Башҡортостандың милли архивында һаҡланасаҡ
МХО-ның медиа мираҫы Башҡортостандың милли архивында һаҡланасаҡ
Автор:
Читайте нас