

Тантанала республика Хөкүмәте ағзалары, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, министрлыҡтар һәм ведомстволар, Өфө предприятиелары, йәштәр һәм йәмәғәт ойошмалары етәкселәре ҡатнашты.
Башҡортостан Башлығы республика халҡын байрам менән ҡотланы һәм яҡташтарыбыҙҙың ҡаҙаныштарын һаҡлау мөһимлеген билдәләне.
– Бөгөн беҙ, бөтә республика халҡы ғорурланған урында, стеланың алдында йыйылдыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путиндың ҡарары менән Башҡортостандың тағы ла бер ҡалаһы – Ишембай, Өфө кеүек үк, «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» исеменә лайыҡ булды. Был – ауыр һуғыш юлы үткән һәм хәҙерге иҡтисадҡа нигеҙ һалған, күп кенә ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы төҙөгән быуынға хөрмәт билдәһе.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ «Өфө — хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы янындағы йәмәғәт киңлеген үҫтереү менән танышты. Бында, атап әйткәндә, совет йөк паровозы «Л-3589» ҡуйылған. Был арт-объект асыҡ һауалағы музейҙың бер өлөшө булып тора, унда шулай уҡ авиация двигателе М-105ПФ, нефть ҡаҙыу ҡоролмаһы, карап якорҙары, «полуторка» ГАЗ-АА, шулай уҡ вертикаль-фасонлы-ҡырғыс станок урынлаштырылған.
«Л-3589» паровозын Бөйөк Ватан һуғышы аҙағында эшләгәндәр. Уны 1945 йылдан 1955 йылға тиклем сығарғандар. 1947 йылға тиклем уның рәсми исеме «Еңеү» булған. Стела янына ҡуйылған тимер юл составын 1954 йылдан файҙаланғандар. Локомотивты республикаға «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Куйбышев тимер юлы филиалы бушлай тапшырған. Проектлаусыларҙың пландарында — паровозды интерактив итеү. Өфөлөләр һәм ҡала ҡунаҡтары, атап әйткәндә, машинист кабинаһына инеп, иҫтәлеккә фотоға төшә аласаҡ.
Радий Хәбиров тағы бер яңы арт-объект — Су-25 штурмовик-самолеты өсөн Р95Ш турбореактив двигателе менән танышты. Моторҙы Социалистик Хеҙмәт Геройы Сергей Гаврилов етәкселегендә эшләгәндәр һәм уны 1980 йылдан алып Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә (хәҙер — ОДК-УМПО) сығарғандар.
Йәмәғәт киңлеген төҙөкләндереү дауам итә. Киләсәктә — брусчатка түшәү һәм газондар булдырыу, ЯК-3 самолеты һәм караптар макеттарын, арт-объекттарҙы яҡтыртыу һәм монтажлау планлаштырыла.