

– Скульптура, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик яҡшы сифатлы суйындан ҡойолмаған – уның составында шлак күп. 1967 йылдан, һәйкәл ҡуйылғандан алып, ул атмосфера йоғонтоһона, төрлө елдәргә һәм яуым-төшөмгә дусар булған, – тип билдәләне Андрей Кудрявцев. – Скульптураны таҙартыу һәм тергеҙеү өсөн беҙ иң һаҡсыл – механик һәм химик төрҙәге – технологияларҙы ҡулланабыҙ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Салауат Юлаев һәйкәле 2025 йылдың көҙөндә һүтеп алынды. Уны реставрациялау Рәсәй Художество академияһының профессиональ оҙатыуында башҡарыла. Бынан тыш, эштәр барышын йәмәғәтселек фекере лидерҙарын үҙ эсенә алған күҙәтеү советы контролдә тота.
– Был ябай булмаған ҡарарҙы ҡабул иткәндә, скульптураның насар хәлдә булыуын белә инек. Хәҙер беҙ уның насар ғына түгел, ә катастрофик хәлдә булғанын күрәбеҙ. Милли символыбыҙҙы беҙ теләһә ҡайһы ваҡытта юғалта алғанбыҙ. Аллаға шөкөр, был хәл булманы, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Артабан эштәрҙе дауам итеүҙең бер нисә варианты бар. Бөгөн мин был турала ҙур интервью бирҙем. Иртәгә, дүшәмбе, ул киң мәғлүмәт сараларында донъя күрер. Геройыбыҙ һәйкәле законлы урынына ҡайтһын һәм тағы ла бер нисә быуат торһон өсөн, барыһын да эшләйәсәкбеҙ.