

Республика етәксеһе көнүҙәк мәсьәләләрҙе оператив хәл итеү өсөн даими диалогтың мөһимлеген билдәләне.
– Беҙ, мәсьәләләрҙе барлау һәм берлектәге эштең бар йүнәлештәре буйынса ҡарарҙар ҡабул итеүҙе тиҙләтеү өсөн, бындай осрашыуҙарҙы даими нигеҙҙә ойошторорға килештек, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.
Фекер алышыуҙың төп мәсьәләләренең береһе – Дүшәмбелә Рәсәй-Тажикстан индустриаль паркын булдырыу. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: был турала килешеүҙе 2025 йылдың мартында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Тажикстан Республикаһы Хөкүмәте төҙөнө. Проектты тормошҡа ашырыуҙа Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы ла ҡатнаша.
Индустриаль паркта дөйөм майҙаны 23,5 мең квадрат метрлыҡ производство корпустарын реконструкциялау күҙаллана. Парк эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре еңел һәм металлургия сәнәғәте, станоктар эшләү, шулай уҡ медицина ҡорамалдары етештереү буласаҡ.
– Беҙ индустриаль парк булдырыу буйынса ниәттәребеҙҙе һәм алға барырға әҙерлегебеҙҙе тағы бер тапҡыр раҫлайбыҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Кәңәшмәлә шулай уҡ туристик потенциалды тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралды. Был осраҡта ҡунаҡсыллыҡ индустрияһында яңы продукттар булдырыу һәм Башҡортостан халҡының сәйәхәт итеү йүнәлештәрен киңәйтеү күҙ уңында тотола.