

21 апрелдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың туғандарына ярҙам сараларын ғәмәлгә ашырыу барышын тикшерҙеләр.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – республиканың спорт министры Руслан Хәбибов республикала махсус операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеү буйынса күп кимәлле система булдырылыуы хаҡында хәбәр итте. Ул федераль хеҙмәттән алып муниципаль хеҙмәттәргә тиклем 99 сараны һәм хеҙмәтте үҙ эсенә ала. Төбәк кимәлендәге исемлек тормоштоң барлыҡ өлкәләренә тиерлек ҡағылған 55 позицияны берләштерә.
Мәҫәлән, махсус хәрби операциянан ҡайтҡан яугирҙарға эшкә урынлашыуҙа ярҙам күрһәтелә. Уларҙың 75 проценттан ашыуы эш тапҡан да инде. Ветерандарҙың 25,6 проценты – реабилитация, ә демобилизацияланған хәрбиҙәрҙең 32,3 проценты диспансеризация үткән.
Шифахана-курорт дауалауы популяр ярҙам сараһы булып ҡала. Республика шифаханаларында 9 меңдән ашыу хәрби хеҙмәткәр һәм уларҙың туғандары ял иткән. Шулай уҡ төбәктә «Талҡаҫ» шифаханаһы базаһында республика реабилитация үҙәген булдырыу буйынса эш алып барыла.
МХО ветерандарына физик культура менән шөғөлләнеү өлкәһендә лә ярҙам күрһәтелә. Республиканың спорт министрлығы муниципалитеттар менән берлектә бушлай шөғөлләнеү өсөн 146 спорт объекты исемлеген әҙерләгән. Шулай уҡ Өфөлә Рима Баталова исемендәге Башҡортостандың спорт әҙерлеге үҙәгендә дәрестәрҙең махсус графигы раҫланған.
Вице-премьер билдәләүенсә, махсус операция ветерандарына һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеүҙә «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалының социаль координаторҙары мөһим роль уйнай. Республикала барлығы 131 хеҙмәткәр иҫәпләнә, улар 3,5 меңдән ашыу МХО ветеранына һәм 28 меңгә яҡын ғаилә ағзаһына ярҙам күрһәтә.
Бынан тыш, Башҡортостан Хөкүмәтендә Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү мәсьәләләре буйынса департамент булдырылды. Шулай уҡ республикала төбәк етәксеһе ҡушыуы буйынса хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләү буйынса эшсе төркөм бар – Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил аппаратында был яугирҙарҙың туғандары өсөн бәйләнеш офисы эшләй, Республика менән идара итеү үҙәгенең Ситуацион үҙәгендә мөрәжәғәттәр ҡабул итеү ойошторолған.
Республикала хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға йәмәғәт ойошмалары ла ярҙам күрһәтә – был Ватан яугирҙары ғаиләләре комитетының төбәк бүлексәһе, Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы.
– 29 районда һәм ҡалала Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү үҙәктәре эшләй. 2026 йылда бөтә муниципалитеттарҙа ла ошондай учреждениелар асырға ниәтләйбеҙ, – тип өҫтәне Руслан Хәбибов.
Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һөҙөмтәле ярҙам күрһәтеүҙең комплекслы системаһын булдырырға кәрәклекте һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– МХО ветерандарын эшкә урынлаштырыу өсөн предприятиеларға квоталар биреү буйынса ярҙам сараларының береһен тикшерергә тәҡдим итәм. Был йүнәлешкә айырым иғтибар бүлергә кәрәк, – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.