Йәмғиәт
22 Апрель , 03:44

Радий Хәбиров оперативкаһынан иң мөһим яңылыҡтар

«Үлемһеҙ полк» быйыл онлайн-форматта уҙасаҡ. Парадҡа әҙерлек бара, әммә уның булмауы ла ихтимал. «Барыһын да күҙ уңында тотабыҙ»

Радий Хәбиров оперативкаһынан иң мөһим яңылыҡтарРадий Хәбиров оперативкаһынан иң мөһим яңылыҡтар
Радий Хәбиров оперативкаһынан иң мөһим яңылыҡтар

 - Башҡортостандан алты уҡыусы география буйынса Өфөлә үткән Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңеүсе тип табылды.

 - «Ағиҙел» командаһы Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы кубогында еңеү яуланы. Радий Хәбиров команданың тренерҙарын Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне, ә уйынсыларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Хоккейсы ҡыҙҙар, яуап итеп, республика Башлығына алтын миҙал һәм сәкән бүләк иттеләр.

- Башҡортостан ҡан анализаторҙары өсөн үҙенсәлекле эритроциттар етештерә. Был йүнәлеш буйынса республика — Рәсәйҙә берҙән-бер регион. Республикала шулай уҡ һөйәк мейеһе донорлығын үҫтереү дауам итә.

 - «Сәләмәтлек поездары» кеше ғүмерҙәрен ҡотҡара. Беренсе аҙнала уҡ врачтар 12 пациентта яман шеш асыҡлаған һәм барыһын да өҫтәмә тикшеренеүгә ебәргән.

- МХО-нан ҡайтҡан яугирҙарҙың 75 проценты эшкә урынлашҡан. Йыл аҙағына тиклем хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү үҙәктәре һәр районда асыласаҡ.

- 25 апрелдә республикала шәмбе өмәһе үткәрелә. Радий Хәбиров уны юғары кимәлдә ойошторорға ҡушты.

- «Үлемһеҙ полк» быйыл онлайн-форматта уҙасаҡ. Парадҡа әҙерлек бара, әммә уның булмауы ла ихтимал. «Барыһын да күҙ уңында тотабыҙ», — тине Радий Хәбиров.

- Пилотһыҙ осоусы аппараттарға бик етди ҡараш булырға тейеш. Республика етәксеһе Стәрлетамаҡта һәләк булған водителдең ғаиләһенә ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе һәм туғандарына ярҙам итергә, шулай уҡ бөтә түләүҙәрҙе контролдә тоторға ҡушты.

- Радий Хәбиров Өфөләге сүп-сар коллапсы арҡаһындағы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә ҡушты. Әгәр «САХ» ойошмаһы тәртип урынлаштырмаһа, уның менән хушлашасаҡтар.

Автор:
Читайте нас