+11 °С
Облачно


Осрашыуҙа ҡатнашыусылар машиналар эшләү, химия, тау-байыҡтырыу, нефть-газ сәнәғәте һәм энергетика өлкәһендә үҙ-ара хеҙмәттәшлекте киңәйтеү мөмкинлектәрен тикшерҙе.
Журналистар менән әңгәмәлә Радий Хәбиров туризм өлкәһендә ике яҡлы бәйләнештәрҙе нығытыуҙың көнүҙәк булыуын билдәләне.
– Беҙ был бик мөһим булған теманы тикшерҙек һәм уның менән ентекләп шөғөлләнәсәкбеҙ. Ташкент өлкәһендә етди туристик тармаҡ булдырылған, бында ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы юғары кимәлдә. Ҡиммәт булмаған хаҡҡа яҡшы тау саңғыһы трассаларында йөрөргә, сифатлы туҡланырға мөмкин, лайыҡлы ял һәм абсолют хәүефһеҙлек өсөн тейешле шарттар булдырылған. Был туристар өсөн бик мөһим, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Шуға күрә был һоҡланғыс илде халҡыбыҙ өсөн асасаҡбыҙ. Яҡын арала бында тағы ла бер бизнес-миссия башҡарарбыҙ – туроператорҙарҙы ебәрербеҙ, улар Үзбәкстанға сәйәхәттең өҫтөнлөктәрен үҙ күҙҙәре менән күрер, тип уйлайым.