Йәмғиәт
21 Апреля , 09:47

«КОМОС ГРУПП» холдингы идарасыһы Андрей Шутов менән осрашыу

17 апрелдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «КОМОС ГРУПП» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте идарасыһы Андрей Шутов менән осрашты. Көн тәртибендә – төбәктең холдинг структураһына ингән эшкәртеү ҡеүәттәрен үҫтереү мәсьәләләре.

«КОМОС ГРУПП» холдингы идарасыһы Андрей Шутов менән осрашыу«КОМОС ГРУПП» холдингы идарасыһы Андрей Шутов менән осрашыу
«КОМОС ГРУПП» холдингы идарасыһы Андрей Шутов менән осрашыу

Атап әйткәндә, осрашыуҙа Өфө һөт заводында йыһазландырыуҙы техник йәһәттән яңыртыу проекты тикшерелде. Был сеймал эшкәртеү күләмен һәм сығарылған продукция ассортиментын, шул иҫәптән экспорт тәьминәтен арттырыу мөмкинлеген бирәсәк.

– Башҡортостанда һөт эшкәртеүҙе үҫтереү өсөн потенциал ҙур. Өфө предприятиеһын яңыртыу был йүнәлешкә яҡшы импульс бирә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Андрей Шутов. – Эш сиктәрендә урындағы сеймал етештереүселәр менән оҙайлы мөнәсәбәттәр булдырабыҙ һәм уларға матди-техник базаны нығытырға, шул иҫәптән яңы малсылыҡ фермалары булдырырға ярҙам итәбеҙ.

Республикала йөклө ҡатындар, бала имеҙгән әсәләр һәм өс йәшкә тиклемге балалар өсөн махсус продукция етештереү буйынса «Һөт кухняһы» проектын уңышлы тормошҡа ашырыла, тип билдәләне төбәк етәксеһе. Былтыр бындай аҙыҡ-түлекте 20 меңдән ашыу кеше бушлай алған.

– Беҙ халыҡ өсөн сифатлы продукция етештереүсе партнёрҙар менән хеҙмәттәшлек итергә әҙербеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Бынан тыш, төбәктә инвестиция проекттарына дәүләт ярҙамы сараларының киң исемлеге ғәмәлдә.

Башҡортостан Башлығы «КОМОС ГРУПП» холдингы етәкселеген Өфө һөт заводын техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыу проекты параметрҙарын тикшереү һәм был башланғысты тормошҡа ашырыуҙа кәрәкле ярҙам күрһәтеү өсөн «Инвестиция сәғәте» кәңәшмәләренең береһендә ҡатнашырға саҡырҙы.

Осрашыуҙа шулай уҡ компанияның белем биреү проекттары тикшерелде. Андрей Шутов хәбәр итеүенсә, холдингтың пландарында – Башҡорт дәүләт аграр университетын яңыртыуҙа ҡатнашыу. Һөҙөмтәлә юғары уҡыу йорто базаһында тармаҡ өсөн белгестәр әҙерләүсе «Һөт академияһы» барлыҡҡа киләсәк.

Башҡорт дәүләт аграр университеты менән берлектә «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проектының «Агросәнәғәт комплексында кадрҙар» проекты сиктәрендә ике агротехнологик класс булдырыла. Башланғысты Кушнаренко һәм Ҡырмыҫҡалы райондары мәктәптәрендә тормошҡа ашырырға планлаштыралар.

Автор:
Читайте нас