

Башҡортостан Республикаһы форум күргәҙмәһендә үҙ стендын тәҡдим итте. Презентацияла Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары Денис Мантуров һәм Үзбәкстан Премьер-министры урынбаҫары Жамшид Ходжаев булды.
Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров почетлы ҡунаҡтарға Үзбәкстан менән берлектәге, шул иҫәптән Ташкент өлкәһендә «Бекабад» индустриаль технопаркын төҙөү буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыу тураһында һөйләне.
– Технопарктың мастер-планын әҙерләнек, идара итеүсе компания булдырҙыҡ һәм теркәнек. Бизнестың ҡыҙыҡһыныуы ҙур – 13 миллион долларҙан ашыу инвестиция менән биш потенциаль инвестор проектҡа тотонорға әҙер, – тип хәбәр итте Радий Хәбиров. – Беҙ технопаркты Башҡортостан компанияларының производстволарын урынлаштырыу һәм Үҙәк Азия баҙарҙарына сығыу өсөн төп нөктә итеп ҡарайбыҙ.
Буласаҡ резиденттар иҫәбендә – Башҡортостандың «БУРИНТЕХ» компанияһы, быраулау һәм ремонт-скважина ҡорамалдары эшләүселәрҙең һәм сығарыусыларҙың береһе. Предприятиеның генераль директоры Ғиниәтулла Ишбаев, Үзбәкстандан коллегалар менән скважиналарҙы быраулау һәм ремонтлау өсөн Үзбәкстан биләмәһенә яңы быуын ҡорамалдар килтереү буйынса перспективалы проекттарҙы тикшерҙек, был нефть һәм газ секторында сырье табыу һөҙөмтәлелеген һәм техник йыһазландырыуҙы арттырырға мөмкинлек бирәсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Бынан тыш, күргәҙмәлә Урал пружина заводы продукцияһы тәҡдим ителә. Предприятие эҫе һәм һалҡын ысул менән эшләнгән пружиналарҙың киң ассортиментын етештереүҙә махсуслаша.
Денис Мантуров һәм Жамшид Ходжаев индустриаль секторҙа кооперация үҫешенә айырыуса иғтибар йүнәлтте һәм Рәсәй предприятиеларының экспортын киңәйтеү мөмкинлеген биргән берлектәге проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашырыуын билдәләне.
***
Башҡортостан стендында шулай уҡ Радий Хәбиров һәм Ташкент өлкәһе хокимы Зойир Мирзаев ҡатнашлығында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу тантанаһы үтте.
Мәҫәлән, «БашГлобалГрупп» компанияһының үҫеш буйынса директор урынбаҫары Абдулмалик Рәхимов һәм «PREMIER ELECTROTECH» предприятиеһы директоры урынбаҫары Ровшан Бекчанов Башҡортостан Хөкүмәте менән инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу һәм үҙ-ара эш итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Башҡортостан инвестиция идара итеү компанияһының генераль директоры Юлай Ильясов Ташкент өлкәһе Бекабад районы хокимы Зәйнилобиддин Низомиддинов, «Бекабад инвестиция идара итеү компанияһы» дәүләт унитар предприятиеһы директоры Умид Умаров, «ORTOSTAN RU» ғилми-производство предприятиеһы директоры Темур Ғәлимов, Урал пружина заводы вәкиле Руслан Ғәйнетдинов һәм «БУРИНТЕХ» ғилми-производство предприятиеһының генераль директоры Ғиниәтулла Ишбаев менән хеҙмәттәшлек тураһында документҡа ҡул ҡуйҙы.
***
Форум сиктәрендә Радий Хәбиров шулай уҡ Ташкент өлкәһе Бекабад районы хокимы Зәйнилобиддин Низомиддинов менән осрашыу үткәрҙе. Яҡтар «Бекабад» технопаркын үҫтереү мәсьәләләрен – проекттың ойоштороу-хоҡуҡи шарттарын, потенциаль резиденттар пулын, производстволарҙы урынлаштырыу параметрҙарын – тикшерҙе.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: проект сиктәрендә заманса сәнәғәт инфраструктураһы, шул иҫәптән электр, газ һәм һыу менән тәьмин итеү, шулай уҡ халыҡ-ара транспорт коридорҙарына сығыу мөмкинлеген биргән тимер юл һәм автомобиль юлдары булдырыласаҡ. Резиденттар өҫтөнлөктәр комплексына, шул иҫәптән һалым һәм таможня льготаларына эйә була. Инвесторҙар өсөн был – производстволарҙы тиҙ эшләтеп ебәреү, сығымдарҙы кәметеү һәм Үҙәк Азия баҙарҙарына сығыу өсөн яҡшы мөмкинлек.