

20 апрелдә сараның эшлекле программаһы сиктәрендә төбәк етәксеһе Башҡортостан һәм Үзбәкстан бизнес-берләшмәһе вәкилдәренең һөйләшеүҙәренә старт бирҙе.
– Беҙ үҙ-ара яҡынайыу, яңы проекттар эҙләү буйынса берлектәге эште дауам итәбеҙ. Бөгөн Башҡортостан Республикаһының ҙур рәсми делегацияһы составында эшләйбеҙ. Ташкентҡа ҙур, урта һәм бәләкәй предприятиеларыбыҙҙың 30-ҙан ашыу етәксеһе килде, – тине Радий Хәбиров. – Рәсәй һәм Үзбәкстан етәкселеге, беҙҙең өсөн туғандаш төбәк булған Ташкент өлкәһе хокимиәте – барыбыҙҙың да компанияларыбыҙ эшмәкәрлеге өсөн уңайлы шарттар булдырыуға ҡарата ҡыҙыҡһыныуыбыҙ ҙур.
Был форматта аралашыуҙың төп маҡсаты – кооперацияны киңәйтеү һәм берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн яңы партнёрҙар табыу. Һөйләшеү майҙансыҡтарында төп тармаҡтар – нефть химияһы, ауыл хужалығы секторы һәм аҙыҡ-түлек индустрияһы, төҙөлөш материалдары етештереү, мебель сәнәғәте, IT-технологиялар һәм башҡа йүнәлештәр – тәҡдим ителә.
Башҡортостан менән Үзбәкстандың берлектәге инвестиция һәм инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыуын билдәләп үтергә кәрәк. Тәү сиратта, был «Бекабад» технопаркын булдырыу. Проектты ике дәүләт етәкселеге тарафынан да хуплау таба.
***
Республика Башлығы Башҡортостан компаниялары вәкилдәре менән дә аралашты. Мәҫәлән, «Буринтех» фәнни-производство предприятиеһының генераль директоры Ғиниәтулла Ишбаев 2022 йылдан алып предприятиеның Үзбәкстанда вәкиллеге эшләүе хаҡында һөйләне. Ул заманса быраулау ҡорамалдары һәм инструменттар, шул иҫәптән юғары технологиялы бырауҙар тәҡдим итә. «Буринтех» предприятиеһы эшмәкәрлеге Үзбәкстан бизнес-даирәләре менән кооперацияны киңәйтеүгә йүнәлтелгән.
***
Журналистар менән әңгәмәлә Радий Хәбиров, «ИННОПРОМ. Үҙәк Азия» форумы – халыҡ-ара бәйләнештәрҙе нығытыу буйынса системалы эштең бер өлөшө, тип билдәләне.
– Беҙ республикабыҙ партнёрҙары менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыуҙы дауам итәбеҙ. Үзбәкстан беҙҙе ҡыҙыҡһындырған өлкәләрҙә мөһим урын биләй. Беҙ бында ҙур бизнес-миссия менән килдек, әле ҡапма-ҡаршы һөйләшеүҙәр бара. Был аныҡ һөҙөмтә бирә – тауар әйләнеше арта һәм яңы проекттар барлыҡҡа килә, – тип билдәләне төбәк етәксеһе.
Белешмә:
«ИННОПРОМ. Үҙәк Азия» форумы Ташкентта 20-22 апрелдә үтә. Ул Үҙәк Азия һәм Рәсәй илдәренең сауҙа-иҡтисади һәм сәнәғәт хеҙмәттәшлеген үҫтереүҙә төп майҙансыҡ булып тора. Эшлекле программа сиктәрендә пленар сессиялар, тармаҡ дискуссиялары һәм бизнес вәкилдәренең осрашыуҙары планлаштырылған.