Йәмғиәт
15 Апреля , 07:07

2026 йылда республикала 570 километрҙан ашыу автомобиль юлы ремонтланасаҡ

2026 йылда Башҡортостанда төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге 570 километрҙан ашыу автомобиль юлын, шулай уҡ дөйөм оҙонлоғо 2,3 километр булған 23 күперҙе норматив хәлгә килтерергә ниәтләйҙәр. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә төбәктең транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова хәбәр итте.

2026 йылда республикала 570 километрҙан ашыу автомобиль юлы ремонтланасаҡ2026 йылда республикала 570 километрҙан ашыу автомобиль юлы ремонтланасаҡ
2026 йылда республикала 570 километрҙан ашыу автомобиль юлы ремонтланасаҡ

Республиканың юл селтәрен төҙөүгә, ремонтлауға һәм тәртиптә тотоуға барлығы 44,7 миллиард һум йүнәлтеләсәк, шуларҙың 7,2 миллиард һумы – федераль бюджеттан. «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә автомобиль юлдарын яңыртыуға яҡынса 8 миллиард һум ҡаралған. Был суммаға 200 километрға яҡын юл һәм 1,9 км күпер ремонтлау күҙ уңында тотола.

Республика биләмәһендәге иң ҙур инфраструктур объекттар иҫәбендә – Дүртөйлө һәм Борай райондарында Тере Танып йылғаһы аша ике күперҙе реконструкциялау, Ауырғазы районының Талбазы ауылын көнбайыштан урап үтеүсе юлды төҙөү һәм Өфө–Бөрө–Яңауыл трассаһының 19 километрын ремонтлау.

Төбәктә проблемалы юлдарҙы тәртипкә килтереү дауам итә. 2026 йылда ошондай 126 километр трасса участкаһын ремонтлау күҙаллана. Иң ҙур объект – Сибай–Аҡъяр автомобиль юлы, унда 35,5 километр араны йүнәтергә планлаштыралар.

Бынан тыш, һигеҙ муниципалитеттағы 55 коммерцияға ҡарамаған баҡса ширҡәттәренә инеү юлдарын ремонтлауға 150 миллион һум йүнәлтеләсәк.

Өфөлә 2026 йылда Пугачев, Рабкоров һәм Галле ҡалаһы урамдарын реконструкциялауҙы тамамлау күҙаллана.

 Ярайһы уҡ күләмле эш башҡарырға кәрәк, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Зәки Вәлиди урамында һәм Өфөнән аэропортҡа тиклемге трассала колеялар барлыҡҡа килде. Был юлдарҙы йүнәтергә кәрәк. Шулай уҡ Ишембай районында Торатау шиханына юлды ремонтлау мөһим.
Автор:
Читайте нас