

Нисек хәбәр итәләр
Сиреналар эшләй, урамда тауыш көсәйткестәр аша тауыш хәбәрҙәре ебәрелә, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡушымтаһы аша СМС һәм пуш-хәбәрҙәр ебәрелә.
Ҡайҙа йәшеренергә
Иң ышаныслыһы — бомбанан йәшенеү урындары, подвалдар, паркингтар, ер аҫты үткәүелдәре. Өйҙә тәҙрәһеҙ, терәк стеналар араһында бүлмәгә инергә кәрәк (ванна бүлмәһе яраҡлы). Шәхси йортта подвалға йәки баҙға төшөү. Машинала, автобуста, еңел ҡоролмаларҙа ҡалырға ярамай - улар һаҡламай.
Өйҙә нимә эшләргә
Түбәнге ҡаттарға, подвалға йәки паркингҡа төшөү. Лифт менән файҙаланмағыҙ. Газды, һыуҙы ҡапларға, электр энергияһын һүндерергә. Быялалар менән яраланмаҫ өсөн тәҙрәләрҙе тығыҙ итеп бикләргә һәм ҡорғандарҙы ябырға.
Урамда йәки транспортта
Машинаны хәүефһеҙ урында туҡтатырға, сығырға һәм яҡындағы йәшенеү урынына барырға. Йәмәғәт транспортында водителдән туҡтауын һорарға.
Сигнал туҡтатылғандан һуң
Һаҡ ҡына сығырға, аяҡ аҫтына ҡарарға. Әгәр шартламаған снарядты күрһәгеҙ, теймәҫкә, 150-200 метр алыҫлыҡҡа сигенергә һәм 112- һандарына шылтыратырға.
Бөгөн иртән 07:24 сәғәттән 09:32 сәғәткә тиклем республикала ракета хәүефе режимы иғлан ителде.
Был хаҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт Комитеты башлығы Кирилл Первов хәбәр итте.