Республика Башлығы хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты һәм уларға Шайморатов Генерал ордендарын тапшырҙы.
-Балаларығыҙ, ирҙәрегеҙ - илебеҙҙе яҡлап үҙ бурысын намыҫ менән үтәгән ысын геройҙар. Уларҙың батырлыҡтары хаҡында һәр ваҡыт иҫтә тотасаҡбыҙ, – тине төбәк етәксеһе. - Хәҙер һеҙҙе иғтибар һәм хәстәрлек менән уратып алыу мөһим. Ваҡыт етер, махсус хәрби операция беҙҙең еңеү менән тамамланыр, һәм беҙ мотлаҡ Өфөлә хәтер мемориалы төҙөйәсәкбеҙ. Ул Башҡортостандың ысын улдарының намыҫы һәм абруйы менән хәрби бурыстар үтәгән яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлығына бағышланасаҡ.
Радий Хәбиров төбәктә МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларының киң комплексы эшләй, ә район хакимиәтендә яугирҙарҙың туғандарына һәм яҡындарына тейешле ярҙам күрһәтергә әҙерҙәр, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Айрат Әминев билдәләүенсә, Асҡар ауылында Дан Аллеяһы булдырыла, унда яугир-азат итеүсегә һәйкәл ҡуйыласаҡ.
Осрашыу аҙағында төбәк етәксеһе һәләк булған хәрбиҙәрҙең туғандарының һорауҙарына яуап бирҙе. Улар Радий Хәбировҡа МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә шәхсән иғтибары һәм ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.