Заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған дүрт ҡатлы балалар поликлиникаһы Асҡар үҙәк район дауаханаһы структураһына инә. Бинала көндөҙгө стационар, процедура кабинеттары, ашығыс медицина ярҙамы блогы, амбулатор ҡабул итеү, физиотерапия һәм дауалау физкультураһы кабинеттары урынлашҡан. Яңы объектты дауахананың төп корпусы менән икенсе ҡат кимәлендәге йылы үткәүел тоташтыра.
Асҡар үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илгиз Килдейәров әйтеүенсә, сменаһына 150 кешегә иҫәпләнгән поликлиника район балаларына сифатлы беренсел медицина-санитар ярҙам күрһәтеү мөмкинлеген бирә.
Радий Хәбиров табип-хирург, педиатр, стоматолог, офтальмолог һәм УЗИ кабинеттарын ҡараны, шулай уҡ көндөҙгө стационар палатаһында булды.
Республика етәксеһе медицина персоналы менән дә аралашты. Табиптар билдәләүенсә, яңы поликлиника медицина ярҙамының сифатын яҡшыртыуға, диагностикалау һәм дауалау мөмкинлектәрен киңәйтеүгә булышлыҡ итәсәк.
Яңы поликлиника райондың һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереүҙә мөһим аҙым булды, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы.
– Беҙ был объектты тамамланыҡ – ул архитектур йәһәттән дә, йыһазландырыу яғынан да лайыҡлы килеп сыҡты. Бында заманса ҡорамалдар, шул иҫәптән эксперт класлы ультратауыш тикшереү аппараттары эшләй, – тине Радий Хәбиров. – Алда яңы бурыстар тора. Иглинда ҙур поликлиникаға нигеҙ һалабыҙ. Бынан тыш, 2026 йылда республика бюджеты иҫәбенә тағы ла бер нисә фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөйәсәкбеҙ.
Башҡортостан Башлығы сайты