

1991 йылда төҙөлгән бинала спорт секциялары өсөн биналар, 50 кешегә иҫәпләнгән йәштәр инициативалары зонаһы, 190 урынлыҡ кинозал, эш кабинеттары урынлашҡан. Үҙәктә алты йәштәр ойошмаһы эшләй, улар 250-гә яҡын ҡатнашыусыны берләштерә.
Төбәк етәксеһе үҙәк эше менән танышты. Бында йәштәр тематик кисәләр үткәрә, ирекмәнлек менән шөғөлләнә, хорҙа йырлай һәм гитарала уйнарға өйрәнә ала. Үҙәктә шөғөлләнеүселәр шулай уҡ «Беренселәр хәрәкәте» һәм «Йәш гвардия» ағзалары булып китергә мөмкин. Йәштәр һәм уҡытыусылар ҡунаҡтарҙы экспозициялары менән таныштырҙы.
– Беҙ йәштәр өсөн ял итеү үҙәктәрен тәртипкә килтерә башланыҡ. Эште Өфөнөң Пушкин урамында урынлашҡан «Йәшлек» Йәштәр йортонан башланыҡ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәлә. – Бындай учреждениелар һәр муниципалитетта ла бар. Мәҫәлән, Учалыла яҡшы ремонт башҡарылды. Бында ла эшләйәсәкбеҙ.