Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Апрель , 17:30

Башкортостан - Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңеүселәр һаны буйынса өс лидер иҫәбенд

Башкортостан - “Сириус”та Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңеүселәр һаны буйынса өс лидер иҫәбендә. 6 апрелдә аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров республика уҡытыусыларына һәм уҡыусыларына Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Башкортостан - Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңеүселәр һаны буйынса өс лидер иҫәбенд
Башкортостан - Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңеүселәр һаны буйынса өс лидер иҫәбенд

Республика инженер лицей-интернатының химия уҡытыусыһы Айнур Ғүмәров, олимпиада хәрәкәте остаздарының төбәк Ассоциацияһы рәйесе Тимур Маннанов Һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты Вадим Харисов Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Октябрьский ҡалаһының 2-се гимназияһының 10-сы класы уҡыусылары Динияр Ғәлимов һәм Нефтекаманың 1-се лицейының 11-се класы уҡыусылары Денис Филиппов Башҡортостан Башлығының рәхмәт хаттары менән билдәләнде.

Радий Хәбиров уҡыусыларға һәм остаздарға уңышлы эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе, уларҙы Башҡортостандың ғорурлығы тип атаны.

 

Автор:
Читайте нас