

Биш юл участкаһында хәрәкәт сикләнгән:
- Үрге Әүжән - Исмаҡай –Оло Йылға ст. – Ишле – Туҡан - Егәҙе (Белорет районы);
Иглин ауылын көньяҡтан урап үтеү;
- Иҫке Собханғол-Мораҡ (Күгәрсен районы);
- Өфөлә «Козарез» һәм «Альбатрос" коммерцияға ҡарамаған баҡса ширҡәттәре;
- Ғүмәр-Дыуан-Мәсетле (Мәсетле районы).
-Көйөргәҙе районы Яңы Ҡалтай ауылындағы ваҡытлыса өйөмлө юлдың йыуылыуы осрағы;
6 күперҙе һыу баҫҡан
Яҡут аауылы күпере һәм Көйөргәҙе районындағы Оло Юшатыр йылғаһы аша күпер, Дим йылғаһы аша түбән һыу күпере, Бишбүләк районындағы Яр буйы ауылына инеү урыны, Ҡуғанаҡ йылғаһы аша түбән һыу күпере, Стәрлетамаҡ районындағы Яңы Борятин ауылына инеү урыны, Өршәк йылғаһы аша түбән һыу күпере, Ҡырмыҫҡалы районында Иҫке Йәнбәк ауылына инеү урыны, Стәрле йылғаһы аша түбән һыу күпере, Стәрлетамаҡ районында Яңы Отрадовка ауылына инеү урыны, Баймаҡ районында Урғаҙа ауылының Ҡармалка йылғаһы аша күпер;
Юрмаш йылғаһының күтәрелеүе менән бәйле Өфө ҡалаһында баҡса участкаларының 50 йорт яны биләмәһен һыу баҫыу осрағы (СНТ “Юрмаш”, СНТ “Рябинушка”, СНТ “Авангард”).
Һыу кимәле күтәрелгән:
- Камсалытамаҡ ауылы янында Өршәк йылғаһында +97 см, әле 516 см;
- Өфөлә Ағиҙел йылғаһында +85 сантиметрға, әле 294 cм;
- Булгаков ауылы янында Өршәк йылғаһында +89 см, әле 208 см;
- Әй йылғаһында Большеустьикинское ауылы янында +79 см, әле 305 см.
Шулай уҡ тәүлек эсендә Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ауылында 3 гектар майҙанда ландшафт янғыны һүндерелгән.
Бөрйән районында иртәнге 07:30 сәғәткә ҡарата хәл тыныс.
Үҙән йылғаһы тығындар юҡ, йылға асыҡ, йылға кимәле киске үлсәүҙән үҙгәрмәгән, хәүеф юҡ.
Нөгөш йылғаһы асыҡ, йылға кимәле үҙгәрмәгән, хәүеф юҡ.
Ағиҙел йылғаһының кимәле 283 см.
Ҡана йылғаһы асыҡ, йылға кимәле киске үлсәүҙән үҙгәрмәгән, хәүеф юҡ.
Ағиҙел йылғаһының кимәле иртәнге 08:00 сәғәттә 311 см тәшкил итә ине, боҙ китеүе күҙәтелә.