

Быйыл яҙғы сәсеүҙе 2 миллион гектарҙан ашыу майҙанда үткәрергә планлаштыралар. Дөйөм иген баҫыуы 1,4 миллион гектарҙан ашасаҡ.
- Техник культуралар менән майҙандарҙы 699 мең гектарға еткерергә планлаштырабыҙ, тәү сиратта майлы культуралар сәсеүлектәре өсөн майҙандарҙы 12,8 мең гектарға арттырыу иҫәбенә, – тип билдәләне республиканың Ауыл хужалығы министрлығы етәксеһе. – Шәкәр заводтары ҡеүәтен иҫәпкә алып, шәкәр сөгөлдөрө сәсеү майҙаны 40 мең гектар тәшкил итәсәк, ә асыҡ грунттағы картуф һәм йәшелсә майҙаны былтырғы кимәлдә – 48 мең гектар самаһы.
Республика хужалыҡтары иген, ҡуҙаҡлы иген һәм ярма культуралары орлоҡтары менән тулыһынса тәьмин ителгән. Ватан орлоҡтары өлөшө 82 проценттан ашып китә.
Эш планына ярашлы, яҙғы баҫыу эштәрендә тупраҡты сәсеүгә әҙерләүҙә – 11 мең, ауыл хужалығы культураларын сәсеүҙә 5 меңдән ашыу трактор агрегаты ҡатнашасаҡ. Хужалыҡтар минераль ашламалар һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау сараларын һатып алыуҙы дауам итә.
Радий Хәбиров аграрийҙарға яҙғы сәсеү ваҡытында уңыштар теләне.