Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Март , 10:00

Бер юлы дүрт дронды атып төшөргән

Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Замир Аҡсурин хәрби задание ваҡытында бер юлы дүрт дронды атып төшөргән.  

Бер юлы дүрт дронды атып төшөргән
Бер юлы дүрт дронды атып төшөргән

Ефрейтор Аҡсурин «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының Алексей Сухоруков исемендәге артиллерия батареяһы расчеты составында хеҙмәт итә. Уның бурысы – ут позицияларында торған хәрби машинаны һаҡлау. Алыштарҙың береһендә Замир Аҡсурин бер юлы дүрт дошман дронын атып төшөргән.

Батырлығы һәм ҡыйыулығы өсөн Замир Аҡсурин II дәрәжә «Хәрби батырлыҡ өсөн» һәм генерал Шайморатов миҙалдары менән бүләкләнгән.

“Башинформ”дан.

 

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда РФ Ҡораллы көстәренең пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә (ВБС) йыйыу дауам итә. Унда хеҙмәт итеү тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн Белорет һәм Межгорье ҡалалары, Белорет һәм Бөрйән райондарының хәрби комиссариатына мөрәжәғәт итергә һәм шулай уҡ 122 йәки +7917-453-78-03, +7937-306-58-87, +7917-040-90-56, +7937-351-16-73 телефондары буйынса шылтыратып белешергә мөмкин.

Автор:
Читайте нас