Йәмғиәт
18 Март , 10:15

Мах-тың хәүефһеҙ режимда аралашыу функцияһы

Махсус хәүефһеҙ режим профилде эҙләү даирәһенән йәшерергә, телефондың исемлегендә булған кешеләрҙән генә шылтыратыуҙар һәм чаттарға саҡырыуҙар ҡабул итергә, 16+ һәм 18+ билдәһе булған контентты айырырға мөмкинлек бирә.

Мах-тың хәүефһеҙ режимда аралашыу функцияһыМах-тың хәүефһеҙ режимда аралашыу функцияһы
Мах-тың хәүефһеҙ режимда аралашыу функцияһы

 Был режим айырыуса балалар һәм оло йәштәгеләр өсөн кәрәкле, сөнки улар сит кешеләрҙең тәьҫиренә тиҙ бирелеүсән. Был функцияны бына нисек тоҡандырырға: «Көйләү» («Настройки») бүлеген асығыҙ – артабан шәхси мәғлүмәттәрҙе һаҡлау («Приватность») бүлеген һайлағыҙ – «Бәйләнештәр» («Контакты») төймәһенә баҫып, хәүефһеҙ режимды тоҡандырығыҙ.

Автор:
Читайте нас