Йәмғиәт
17 Март , 04:45

Балаларыма үҙемдең атайым һымаҡ яҡшы атай була алһам ярар ине

...Әле уҡырға ла бармаған малай һабы һынған әлүмин ҡалаҡты сигәләп тороп кире ялғап ҡуйған. Ашағанда тик шул ҡалаҡты һорап ала...Ул замандағы бөтә ауыл балалары һымаҡ, ул да бәләкәйҙән ҡул араһына инә, хужалыҡ тирәһендәге бер эштән дә ситтә ҡалмай. Атаһының ағасты йыша, быса, шымарта, һырлай торған бихисап оҫталыҡ ҡорамалдарын атаһы өйҙә юҡ саҡта ғына тотоп - тотоп ҡарай. ЗИД моторы менән хәрәкәткә килтерелеп, атаһы үҙе эшләп алған утын быса торған станоктың эшләгәнен сәғәттәр буйы ҡарап торорға ла риза...

Балаларыма үҙемдең атайым һымаҡ яҡшы атай була алһам ярар инеБалаларыма үҙемдең атайым һымаҡ яҡшы атай була алһам ярар ине
Балаларыма үҙемдең атайым һымаҡ яҡшы атай була алһам ярар ине

Тыуған ауылында 8 йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Әбйәлилдәге билдәле “Таштимер академияһы”на уҡырға бара. Унда уның эшкә тилбер булыуын аңғарып, 1-се курстан уҡ училищеның Т-16 еңел тракторын беркетеп ҡуялар. Уҡыу йортоноң төрлө хужалыҡ эштәрендә алмаштырғыһыҙ ярҙамсы булған ошо техникала йөрөп, тәүге һабаҡтарҙы ала, тимер атҡа булған ылығыу тап ошонда буласаҡ һөнәренә әйләнә. Механизатор булған егет әрмелә лә танк командиры, механик-водитель булып хеҙмәт итә. Ысын армияның яҡшы әҙерлекле һалдаты булараҡ, хәҙерге көнгә тиклем был ҡатмарлы хәрби машинаның ҡоролошон, терминдарын, ҡайһы узелдың нисек эшләгәнен һәйбәт хәтерләй, йыш ҡына беҙгә лә һөйләп ала.
Артабанғы тормошо башҡа тиҫтерҙәренекенән артыҡ айырылмай. Өйләнә, колхозда дәртләнеп эш башлай. Совет осоро тип аталған матур дәүерҙә гөрләтеп эшләп йөрөү бәхетенә ирешә. Ниндәй генә эш башҡарырға тура килмәһен, һәр ваҡыт бар оҫталығын һалып, тырышып үтәй ул үҙенә йөкмәтелгән бурысты. Оҙаҡ йылдар механизатор була. Тракторҙарҙың төрлөһөндә йөрөргә тура килә. Көтөү көтөргә лә тура килә. Бер осоро колхозда бригадир вазифаһын да ышанып тапшыралар. Унан һуң МТМ гаражында тимерсе булып эшләй. Бер-бер артлы тыуған малайҙары һәр ваҡыт уның янында уралып, техника ремонтлағанда мазутҡа буялып бөтөп, ҡамасаулап йөрөһә лә, уларҙы ҡыумай, киреһенсә, яйлап төшөндөрөп, һәр нәмәне аңлап, уйлап, уңайлы яғын табып эш итергә өйрәтә. Мәктәптә уҡытыусы булған ҡатыны менән күркәм донъя ҡороп, ике улына матур тәрбиә биреп, әлеге көндә лә дан иттереп йәшәп яталар.
Һүҙем Ҡыпсаҡ ауылы кешеһе - уҡытыусы Рәхилә һәм Мөҙәрис Ғәликәевтарҙың уртансы улы, беҙҙең яратҡан атай, ейән-ейәнсәрҙәренең һөйөклө олатаһы, ошо көндәрҙә 65 йәшен билдәләүсе Ғәликәев Юлай Мөҙәрис улы тураһында.
Атай! Ниндәй ҡәҙерле, йөрәккә яҡын яҡын, йылы һүҙ! Атай тип әйтә алыу ғына ла ҡайһылай оло бәхет! Иң беренсе сиратта, мин, атай улы булараҡ, уға ғүмерем буйы әйтеп бөтә алмаҫлыҡ рәхмәт һүҙҙәремде еткергем килә.
Үҙем студент булып киткәс, Сибай ҡалаһында йәшәгән Ғәҙилә инәй беҙҙе үҙ ҡанаты аҫтына алды. Ялдарҙа уларҙың ҡала ситендәге баҡсаһына барабыҙ. Мунса төшәбеҙ, ер эше менән булабыҙ. Шунда утынға тип өйөп ҡуйылған тап –топ араһынан тигеҙерәк бер таҡта киҫәге эҙләп табып, үҙемә кейем элергә вешалка юнам (яңы урында бөтәһе лә кәрәк бит инде). Ғәҙилә инәй минең нимәлер эшләп маташҡанды күреп ҡалғас: “Нимә оҫталайһың, атай балаһы?” – тип һорап ҡуйҙы. Ошо “атай балаһы” тигән һүҙ миңә ҡанат ҡуя. Шулай булмай һуң, ошо баҡсалағы ыҡсым өйгә, мунсаға ла минең атайымдың ҡулдары тейгән бит. Эйе, һәр төрлө ҡул эшенә оҫта беҙҙең атай. Ул һаплаған ҡорамал менән эшләүе - үҙе бер кинәнес! Балта һаплаһынмы, көрәк - һәнәкме, ҡоя ла ҡуя. Салғы ашлау, ейәндәренең һәр береһенә атап йәтеш кенә бесән тырмалары әтмәләү, урмандан кәрәкле ағасын табып алып ҡайтып, киптереп, малайҙарға сәкән юнып биреү, яҙғылыҡ ашҡаяҡ мәлендә, йүкә ҡабығы ҡуптарып, һалабаш һалыу, септә һуғыу, мейес сығарыу, яҡтау ултыртыу, бура бурау, өй сутлау, быйма табанлау, арҡан ишеү – атай белгән кәсеп-һөнәрҙәрҙең әле был бер өлөшө генә. Һөнәре буйынса педагог булмаһа ла, ошо белгәненә беҙҙе, малайҙарын да, ихлас өйрәтте, әле лә өйрәтә. Үҙе менән бергә алып йөрөп, үҙе эшләп күрһәтеп, төшөндөрөп биргәнгә уның өйрәткәндәренә йәһәт төшөнәһең - бер ҡыйынлығы юҡ. Туғандарҙың һәр барыһына ла донъя төҙөүҙә ҡул ярҙамын йәлләмәне. Сибайҙа, Әбйәлилдә, эргә-тирә ауылдарҙа йәшәгән зат-зәүер ҙә уның ҡул ярҙамын күп күрҙе.
Беҙ бала саҡта ҡайҙан тапҡандыр, бәләкәй генә кирза итек алып ҡайтҡан. Ғәҙел ҡусты беренсе класҡа шул ҡупшы кирза итекте кейеп барҙы. Атай тегене, кремлап тороп, ялтыратып бирә, бына йөрөй теге ағайым ҡустыҡашым шыҡылдата баҫып, башҡа малайҙарҙың күҙен ҡыҙҙырып! Ҡустым менән икебеҙгә лә үҙебеҙгә таман ғына булған һоҫҡо көрәк эшләп биргәне лә хәтерҙә - бала кешегә тура килтереп һапланған, еңел, ҡулай.
Тегеү эшенә оҫта булған Миҙхәт апа мәрхүм менән дуҫ булды атайым. Кистәрен икәүләшеп боронғо теген машиналарын йүнәтеп маз булалар. Ә уның деталдәре ныҡ ваҡ, ювелир оҫталығы кәрәк. Игәйҙәр, шымарталар, көйләйҙәр, ҡора һалып, тегеп ҡарайҙар ҙа, нимәһендер оҡшатмай, кире һүтеп ташлайҙар. Барыбер килтереп сығаралар тегене.
Әсәй менән икеһе лә - китап ене ҡағылған кешеләр. Беҙгә лә йоҡҡан был “ауырыу”. Өй тулы китап. Бер-береңдән йәшереп, урлап тигәндәй уҡый инек. Күмәкләп уҡығас, үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән, шул әҫәрҙе тикшереүгә тотоноп китәбеҙ . Анализ, геройҙарға характеристика, ваҡиғаларҙы тарих менән бәйләү.
Ғаиләлә ошондай сәләмәт мөхит тыуҙыра алған өсөн балалары – беҙ ҙә, атай менән әсәйгә эйәреп, ямандан яҡшыны, ысындан ялғанды айырырға өйрәнеп үҫкәнбеҙ. Кеше хәлен аңлай белеү, ярҙамсыллыҡ, һүҙҙе уйлап һөйләү, ғаилә өсөн яуаплы булыу, шөкөр итә белеү, ата-әсә хаҡын таныу кеүек иң кәрәк сифаттар беҙгә тап ғаиләлә һалынған.
... Йәйге иртәлә солан тышына сығарып ҡуйылған радионан Вафа Мәүлетовтың атай тураһындағы йыры яңғырай. Атайым солан алдындағы түңгәктә ултыра, мин ваҡ-төйәк эш менән булашып йөрөйөм. Йыр башланыу менән, күңел терт итеп ҡала, сөнки йыр һүҙҙәрен яттан беләм. Үҙенә һиҙҙермәй генә, атайға күҙ ташлайым. Тәрән уйҙарға сумып, ҡаштары һалынып төшөүенән үк атайҙың кисерештәрен аңлайым. Атайлы сағы, олатай менән тирләп-бешеп, ихлас һелтәп бесән сапҡан мәлдәре, кино кадрҙары һымаҡ, уның күҙ алдынан берәм-берәм үтеп торғанын хатта үҙем дә күргәндәй булам. Ике күҙенән дә атылып сыҡҡан ике күҙ йәше сал ҡунған сикә сәстәре араһына инеп йәшенде...Тамағыма килеп тығылған төйөндө көскә йота алдым. Балаларыма үҙемдең атайым һымаҡ яҡшы атай була алһам ярар ине...
Шәфҡәт Ғәликәйев,
Бөрйән районы Әбделмәмбәт мәктәбе уҡытыусыһы.

Автор:
Читайте нас