Төҙөкләндереү эштәренә 19,5 миллион һум бүленгән, шуларҙың 11,2 миллионы – федераль ҡаҙнанан. Проект сиктәрендә скульптур композицияларҙы һәм уларҙың нигеҙен яңыртҡандар, яңы тротуар плиткаһы һәм бордюр таштары түшәгәндәр, һыу ағыҙыу улаҡтары ҡуйғандар. Шулай уҡ бында яңы стелалар барлыҡҡа килгән, уларға махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың исемдәре яҙылған плитәләр нығытыласаҡ. Бынан тыш, эргә-тирәләге биләмәне тәртипкә килтергәндәр, йәшелләндереү эштәрен башҡарғандар. Мемориал янында ауыл халҡы өсөн патриотик саралар уҙғарыла.
Радий Хәбиров, республика халҡы Бөйөк Ватан һуғышы, локаль хәрби конфликттар геройҙарына хөрмәт күрһәтә, тип билдәләне.
– Төбәктең һәр тораҡ пунктында ла һәләк булған яугирҙарға һәйкәл бар. Халыҡтың яҡташтарына ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәте мөһим, – тине Башҡортостан Башлығы. – Беҙҙең алда ҙур бурыс тора – һәр муниципалитетта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға мемориал булдырасаҡбыҙ. Һәм, әлбиттә, Өфөлә ҙур дөйөм республика һәйкәле ҡуйыласаҡ.