Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Март , 16:44

Тәтешле районында республиканың иң яҡшы моделле китапханаларының береһе эшләй

12 мартта Тәтешле районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Үрге Тәтешле ауылындағы үҙәк китапханала булды. 2023-2025 йылдарҙа бында «Башнефть» компанияһы ярҙамында капиталь ремонт үткәрелгән.

Тәтешле районында республиканың иң яҡшы моделле китапханаларының береһе эшләй
Тәтешле районында республиканың иң яҡшы моделле китапханаларының береһе эшләй

Китапхана директоры Гөлшат Вафина хәбәр итеүенсә, учреждение 1985 йылда төҙөлгән 757 квадрат метр майҙанлы ике ҡатлы бинала урынлашҡан. Ремонт ваҡытында төҙөүселәр бинаның фасадын һәм ҡыйығын тәртипкә килтергән, инженер селтәрҙәрен алмаштырған. Шулай уҡ бында яңы тәҙрәләр, иҙәндәр, түшәмдәр һәм ишектәр ҡуйылған, видеокүҙәтеү, янғын һүндереү һәм һаҡ сигнализацияһы системалары монтажланған, эргә-тирәләге территория төҙөкләндерелгән. Китапханала ҡыҙыҡһыныу һәм йәш буйынса зоналар ҡаралған. Ә бина алдында яҡташыбыҙ - Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевҡа һәйкәл ҡуйылған.

- Хәҙер беҙ яңы быуын китапханаһы булараҡ эшләйбеҙ, - тип өҫтәне Гөлшат Вафина. – 2025 йылда «Ғаилә» милли проекты сиктәрендә федераль конкурста еңеү яуланыҡ. Алынған 15 миллион һум аҡса учреждениены яңы ҡорамалдар, мебель һәм китаптар менән йыһазландырыуға йүнәлтелде.

Радий Хәбиров китапхананың балалар бүлеген, «Олимпус» мауыҡтырғыс фәндәр музейын, әҙәби релакс-бүлмәне, сәхнә һәм ҙур экран менән күп функциялы залды, ижади лабораторияларҙы, ресурс үҙәген, йәштәр зонаһын ҡараны.

- Республикала моделле китапханаларҙы үҫтереү буйынса программа эшләй. Һеҙҙеке - иң яҡшыларҙың береһе, - тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. - Был ауылдағы ысын мәҙәни үҙәк, унда балаларға ла, өлкән быуынға ла ҡыҙыҡлы.

Башҡортостан Башлығы сайтынан

Тәтешле районында республиканың иң яҡшы моделле китапханаларының береһе эшләй
Тәтешле районында республиканың иң яҡшы моделле китапханаларының береһе эшләй
Тәтешле районында республиканың иң яҡшы моделле китапханаларының береһе эшләй
Автор:
Читайте нас