Был инфраструктура проекты сиктәрендә 2023-2026 йылдарҙа биш ҙур һыу менән тәьмин итеү һәм канализация объекты төҙөлә, улар Дим һәм Затон аша Өфөнөң торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһын ҡулсаға алырға мөмкинлек бирәсәк. Был уның эшенең ышаныслылығын, күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатын арттыра һәм үҙәкләштерелгән системаларға Өфө һәм Өфө районының төҙөлгән биләмәләрен һәм төҙөлөп ятҡан объекттарын тоташтырыуҙы тәьмин итә.
Коммуналь инфраструктураны Ағиҙел йылғаһы аръяғындағы 2,7 мең гектар майҙанда төҙөлөштөң перспективалы территорияһына еткереү өсөн Башҡортостан Хөкүмәте “ДОМ.РФ” акционерҙар йәмғиәтенең 8,376 миллиард һум күләмендә облигация займдарын йәлеп итте. Проекттың заемсыһы һәм операторы сифатында республиканың 100 процент ҡатнашлығында “Республика коммуналь компанияһы” акционерҙар йәмғиәте сығыш яһай.
Инфраструктура объекттарының уртаса төҙөлөш әҙерлеге 75 процент тәшкил итә. Белгестәр Интернациональ урамынан Ағиҙел йылғаһы аша үткән Затонға тиклем һәм артабан Ветошниково ауылына тиклем һыу үткәргесте, шулай уҡ Димдән “Затон-Көнсығыш” насос станцияһына тиклем канализация коллекторын һалыуҙы башҡарған. Төҙөлөп ятҡан һыу менән тәьмин итеү һәм һыуҙы ағыҙыу селтәрҙәрендә күсереү камераларын монтажлау тамамлана. Өфө районының Михайловка ауылы районында насос станцияһы, Димдә зарарһыҙландырыу станцияһы һәм канализация насос станцияһы төҙөлөшө дауам итә.
Проектты тормошҡа ашырыу йомғаҡтары буйынса 52,5 километр магистраль селтәрҙәр, тәүлегенә ҡеүәте 45,5 мең кубометрлыҡ һыу менән тәьмин итеү ҡоролмалары һәм тәүлегенә ҡеүәте 60 мең кубометрлыҡ канализация насос станцияһы файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Төҙөүселәр Ағиҙел аръяғы һәм Өфө аръяғының перспективалы биләмәләрен үҙләштереүгә комплекслы, әҙерләнгән ҡала төҙөлөшө пландарына ярашлы, торлаҡ менән параллель рәүештә социаль объекттар төҙөргә тейеш, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.