“Бер йыл элек, 2025 йылдың мартында, беҙ Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусын төҙөүгә старт бирҙек. Хәтерегеҙгә төшөрәм, был эш «Йәштәр һәм балалар» милли проектының «Университет кампустары селтәрен булдырыу» федераль проектына ярашлы алып барыла. Беҙҙең күҙ алдында ҡыйыу, амбициоз проект ысынбарлыҡҡа әүерелә бара. Буласаҡ студенттар ҡаласығының һыҙаттары яҡшы күренә. Башняларҙың күбеһе юғары әҙерлек кимәлендә.
Төҙөлөш бер көнгә лә туҡтап тормай, майҙансыҡта һәр ваҡыт техника һәм кешеләр күп. Был мөһим объектты киләһе йылда тапшырырға ниәтләйбеҙ. Майҙандың күпселек өлөшө торлаҡ буласаҡ. Әммә шуны һыҙыҡ өҫтөнә алам: беҙ ятаҡтар ғына төҙөмәйбеҙ. Беҙ республиканың юғары мәктәбен ойоштороуға яңы ҡараш булдырабыҙ. Юғары уҡыу йорттарыбыҙҙың абруйын күтәрәбеҙ. Студенттар һәм йәш ғалимдар өсөн мөмкинлектәр һәм уңайлы шарттар булдырабыҙ, улар үҙҙәре үҫешә һәм фәнде алға этәрә ала. Уңыштар теләйем!,” – тип яҙҙы Республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сәхифәләрендә.