Һамарҙан 21 йәшлек хәрби хеҙмәткәр Сергей Ярашев 68 көн буйына Гришино тораҡ пункты районында красноармейский йүнәлешендә позицияларҙы яңғыҙы тотҡан. Әлеге ваҡытта яугир етди операциянан һуң госпиталдә ята.
Сергей Ярашевтың батырлығы тураһында Президентҡа осрашыу барышында Донецк Халыҡ Республикаһы башлығы Денис Пушилин хәбәр итте. Әңгәмәнән һуң дәүләт башлығы оборона Министрлығынан ентекле белешмә алды, Көньяҡ ғәскәрҙәр төркөмө командующийы генерал-полковник Сергей Медведев менән аралашты.
Указға яҡын арала ҡул ҡуйыласаҡ.
(Рәсәй Президенты сайтынан)