Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Март , 12:35

Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәнән иң мөһимдәре

Башҡортостанда федераль средстволар йәлеп итеп “Ағиҙел аръяғы-2” проектын тормошҡа ашыралар. Ул социаль объекттарҙы һәм 100 мең самаһы ғаилә йәшәйәсәк 9 миллион квадрат метрҙан ашыу буласаҡ торлаҡты заманса коммуналь инфраструктура менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк. Унда, торлаҡтан тыш, яңы мәктәптәр, балалар баҡсалары, поликлиникалар һәм башҡа социаль объекттар төҙөләсәк;

Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәнән иң мөһимдәре
Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәнән иң мөһимдәре

- Башҡортостан Башлығы ҡар иреү менән юлдарҙағы соҡорҙарҙы ремонтлауҙы башларға ҡушты;

- Башҡортостанда федераль средстволар йәлеп итеп “Ағиҙел аръяғы-2” проектын тормошҡа ашыралар. Ул социаль объекттарҙы һәм 100 мең самаһы ғаилә йәшәйәсәк 9 миллион квадрат метрҙан ашыу буласаҡ торлаҡты заманса коммуналь инфраструктура менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк. 

- Радий Хәбиров һәр районда «Бәләкәй принцессалар балы» үткәрергә саҡырҙы. Был мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн хәйриә сараһы;

- Башҡортостанда юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарында бюджет урындары һаны арттырылды. Хәҙер улар 17 меңдән ашыу;

- Александр Мельников “Берҙәм Рәсәй" партияһының Башҡортостан буйынса башҡарма комитеты етәксеһе итеп тәғәйенләнде;

-Республика махсус хәрби операция зонаһына 174-се гуманитар конвой оҙатты;

- Республика балалар клиник дауаханаһы Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип танылды. Унда катамнез системаһы уйлап табылды - был пациенттарҙы дауалағандан һуң телемедицина ярҙамында күҙәтеү.

Автор:
Читайте нас