Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Март , 16:38

Өфөлә "Батырҙар эҙһеҙ юғалмай" акцияһы үтә

14 мартта Өфөлә «Ватандаш» журналы редакцияһы өсөнсө тапҡыр «Геройҙар эҙһеҙ юғалмай» акцияһын үткәрә. Акцияның маҡсаты - Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында юғалған туғандарҙы эҙләүҙә ярҙам итеү. Сара «Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте»нең Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәһе ағзалары менән берлектә уҙғарыла һәм Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арнала. Сара 12 йәштән өлкәндәр өсөн тәғәйенләнгән.

Өфөлә "Батырҙар эҙһеҙ юғалмай" акцияһы үтә
Өфөлә "Батырҙар эҙһеҙ юғалмай" акцияһы үтә

Башҡортостан Республикаһы эҙәрмәндәр отрядтары Фондының төбәк бүлексәһе мәғлүмәттәре буйынса, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Башҡортостан Республикаһы буйынса 127 000 һалдат һәм офицер хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә. Ҡайһы бер объектив сәбәптәр – Советтар Союзының тарҡалыуы, үҙәкләштерелгән мәғлүмәттәр базаһының булмауы, архивтарҙың юҡҡа сығыуы, һөйәктәрҙе идентификациялау менән проблемалар, төбәктәрҙә топонимиканың үҙгәреүе, финанслау етмәү һәм башҡалар эҙәрмәндәрҙең эшен ҡыйынлаштыра.

Әлегә ҡайһы бер ғаиләләрҙә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың документтары һаҡлана: фронттан хаттар, эҙләү эшендә ярҙам итә алған фотолар. Хаттарҙа ялан почтаһы номеры күрһәтелә, ә фотоһүрәт буйынса һалдаттың дәрәжәһен белергә мөмкин. 

Бынан алда уҙғарылған «Геройҙар эҙһеҙ юғалмай» акцияларында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә бер нисә кеше туғандарының ҡайҙа ерләнгәнен белде, ниндәй фронтта һуғышҡанын һәм ҡайһы госпиталдәрҙә дауаланғанын асыҡланы.

Әгәр ҙә һеҙ һуғышта хәбәрһеҙ юғалған атай-олатайҙарығыҙҙың яҙмышын асыҡларға теләһәгеҙ, 14 мартта иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 3-кә тиклем Матбуғат йортона килегеҙ.
Адресы: Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13.
Үҙегеҙ менән эҙләү Анкетаһын тултырып, юғалған яугир тураһында бөтә билдәле мәғлүмәттәрҙе алып килегеҙ.

 

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хәбәрһеҙ юғалған яугирҙы эҙләү

АНКЕТАҺЫ

1. Яугирҙың фамилияһы, исеме, атаһының исеме

2. Тыуған көнө, айы, йылы

3.Тыуған урыны

4. Хәрби хеҙмәткә саҡырыу хәрби комиссариаты

5. Саҡырыу датаһы, йылы

6. Партиялылыҡ

7. Белем, ниндәй һөнәр буйынса белем алыуы

8. Ниндәй уҡыу йортон тамамлаған.

9. Хәрби хеҙмәткә саҡырылған ваҡыттағы хәрби званиеһы

10. Ғаилә хәле

11. Өйләнгәндәр өсөн: ҡатынының фамилияһы, исеме, атаһының исеме һәм балалары һаны.

     Яңғыҙҙар өсөн: атаһы һәм әсәһенең фамилияһы, исеме, атаһының исеме

12. 1941 йылдан 1948 йылға тиклем ғаилә йәшәгән урыны (күсенеүҙәрҙе иҫәпкә алып).

13. Яраланыу тураһында мәғлүмәт: ниндәй госпиталь, тораҡ пункт, ай һәм йылы.

14. Уның менән бер көндә кем саҡырылған һәм ҡайтҡан, ҡайтҡандарҙың фамилияһы, исеме, атаһының исеме (нимә билдәле)

15. Алынған хәбәрҙәр (извещения), уларҙың күсермәләре йәки йөкмәткеһе

16. Әгәр туғандары эҙләү өсөн ғариза яҙған булһа, яуаптарҙың күсермәләре.

17. Фронттан килгән хаттарҙың күсермәләре (скан).

18. Фронттан фотолар, фото артындағы яҙмалар (скан).

19. Туғандарығыҙҙың һүҙҙәренән тағы нимә өҫтәй алаһығыҙ (әгәр аныҡ мәғлүмәт булһа)

20. Эҙләүсенең - индекс, адрес, кеҫә телефондары һәм йорт телефондары, фамилияһы, исеме, атаһының исеме, туғанлыҡ дәрәжәһе.

Фотолар

Өфөлә "Батырҙар эҙһеҙ юғалмай" акцияһы үтә
Өфөлә "Батырҙар эҙһеҙ юғалмай" акцияһы үтә
Өфөлә "Батырҙар эҙһеҙ юғалмай" акцияһы үтә
Өфөлә "Батырҙар эҙһеҙ юғалмай" акцияһы үтә
Автор:
Читайте нас