Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Март , 08:56

Социаль туҡланыу - балалар һаулығының мөһим өлөшө

4 мартта Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәктәп туҡланыуының сифатын яҡшыртыуға һәм урындағы продукция менән тәьмин итеүҙе киңәйтеүгә арналған III Республика туҡланыу операторҙары форумында сығыш яһаны.

Социаль туҡланыу - балалар һаулығының мөһим өлөшө
Социаль туҡланыу - балалар һаулығының мөһим өлөшө

Республикала 3,7 мең мәктәп һәм балалар баҡсаһы эшләй, уларға 700 меңдән ашыу бала йөрөй. 2019 йылдан заманса туҡланыу системаһы булдырылды. 2020 йылда 1-4 класс уҡыусылары өсөн, ә 2023 йылдан – МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн бушлай туҡланыу индерелде. Урындағы продукцияның рационда өлөшө 52 проценттан 76 процентҡа тиклем артты, ризыҡтарҙың сифатына ялыуҙар кәмене.

Форумда ата – әсәләрҙең «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша туҡланыуҙы баһалауҙа ҡатнашыуы билдәләнде - ата-әсәләрҙең 80 проценты сифат менән ҡәнәғәт. 2020 йылдан 2025 йылға тиклем башланғыс класс уҡыусыларының аш һеңдереү ағзалары ауырыуҙары кәмегән.

Радий Хәбиров урындағы етештереүселәр менән эшләүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, төбәктең Сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министрлығы коллективына, социаль туҡланыу операторҙарына һөҙөмтәле эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм тармаҡ ойошмалары вәкилдәренә Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

- Беҙ һеҙҙең менән алға ҙур аҙым яһаныҡ һәм шуның менән ғорурлана алабыҙ. Дөйөм алғанда, балаларыбыҙ яҡшы туҡлана. Аҙыҡ-түлек блоктарында тәртип урынлаштырҙыҡ, яңы һауыт-һаба һатып алдыҡ, менюны етди төрлөләндерҙек. Социаль туҡланыу операторҙарының яҡшы пулы ла формалаша. Ошо эш һөҙөмтәһендә беҙҙең мәктәп ашханалары даими рәүештә Рәсәйҙә иң яҡшылары тип таныла, – тине төбәк етәксеһе. - Шулай итеп беҙ был өлкәне тотороҡландырыу этабын үттек. Хәҙер, әйҙәгеҙ, артабан да алға барыр өсөн бергәләп нимә эшләй алабыҙ, тип уйлайыҡ.

Социаль туҡланыу - балалар һаулығының мөһим өлөшө
Социаль туҡланыу - балалар һаулығының мөһим өлөшө
Социаль туҡланыу - балалар һаулығының мөһим өлөшө
Автор:
Читайте нас