Йәмғиәт
5 Март , 05:01

«Хеҙмәт итәм» премияһы лауреаттары өсөн тауыш биреү башланды

Премияны ойоштороусы — Бөтә Рәсәй урындағы үҙидараны үҫтереү ассоциацияһы. Республика етәксеһе Радий Хәбиров билдәләүенсә, иң яҡшы проекттар өсөн Дәүләт хеҙмәттәре порталында 6 апрелгә тиклем тауыш биреүҙәр уҙа.

«Хеҙмәт итәм» премияһы лауреаттары өсөн тауыш биреү башланды«Хеҙмәт итәм» премияһы лауреаттары өсөн тауыш биреү башланды
«Хеҙмәт итәм» премияһы лауреаттары өсөн тауыш биреү башланды

Шуныһы мөһим: һәр номинацияла проект өсөн бер тапҡыр ғына тауыш бирергә мөмкин. Һәм ҡайһы бер проекттарыбыҙ бер үк номинацияла тәҡдим ителде.

"Бөтә Рәсәй "Хеҙмәт итәм" муниципаль премияһына Башҡортостандан биш проект инде. Быйыл бөтәһе 63 меңдән ашыу ғариза тапшырылған – шуға күрә һөҙөмтә бик лайыҡлы. Тауыш биреү нисек кенә тамамланмаһын, республика һәр кем менән ғорурлана. Сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ һәм, әлбиттә, конкурста еңеү теләйбеҙ!" - тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров.

Тауыш биреү Дәүләт хеҙмәттәре порталында 6 апрелгә тиклем барасаҡ.

Автор:
Читайте нас