Йәмғиәт
5 Март , 09:55

Ғәҙелгәрәйҙәрҙең Магнитҡа сәйәхәте

"Айыҡ ауыл " бәйгеһе бына-бына тамамланырға ғына тора. Ә ғәҙелгәрәйҙәрҙең алға маҡсат итеп ҡуйған эшләйәсәк эштәре, уй-хыялдары етерлек әле!Күптән күңел төбөндә йөрөткән, сит өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең йәшәйешен, эштәрен, йәмәғәт тормошон барып күрергә тигән хыялыбыҙҙы тормошҡа ашырып, Ғәҙелгәрәй ауылы ағинәйҙәре, ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, Кейекбай ауыл хәкимиәте башлығы Азамат Алтыншин һәм эштәр менән идара итеүсе Гөлсөм Хәлитова етәкселегендә район мәҙәниәт һарайының автобусында Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһына Халыҡтар Дуҫлығы Йортона юл тоттоҡ.

Ғәҙелгәрәйҙәрҙең Магнитҡа сәйәхәтеҒәҙелгәрәйҙәрҙең Магнитҡа сәйәхәте
Ғәҙелгәрәйҙәрҙең Магнитҡа сәйәхәте

Беҙҙе мәҙәни үҙәктең башҡорт бүлеге етәксеһе Мортазина Рәшиҙә Тайып ҡыҙы ҡаршы алды. Ошо ҙур ғына үҙәктә башҡорт, татар, урыҫ, ҡаҙаҡ, әрмән, йәһүдтәрҙең бүлектәре, милли рухта йыһазландырылған бүлмәләре, музейҙары бар. Төрлө телдә һөйләшкән, төрлө мәҙәнилеккә эйә булған хеҙмәткәрҙәр эшләгән мәҙәни усаҡ гөрләп тора.
Иң беренсе сәйәхәтебеҙҙе "Оҙон ғүмерлелек" программаһына ярашлы, крайҙы өйрәнеү музейынан башланыҡ.


Рәшиҙә Тайып ҡыҙы Магнит ҡалаһының төҙөлөү тарихы менән таныштырҙы.
1547 йылдарҙа бында руда ятҡылыҡтарын эшкәртә башлау өсөн татарҙарҙы килтереп, эшкә йәлеп иткәндәр.Улар палаткаларҙа йәшәгәндәр, ҡыш көндәре һыуыҡтарҙа күпләп үлгәндәр.Эргә - тирәләге ауылдарҙа йәшәүсе башҡорттар, эштең ауырлығын күреп, кире ҡайтып торғандар.
Магнит ҡалаһында бөгөнгө көндә 459 мең кеше йәшәй, ҡаланың төҙөлөүенә быйыл 100 йыл була. Халҡының күп өлөшөн татарҙар, башҡорттар, урыҫтар тәшкил итә.


Музейҙа һәр халыҡтың үҙе ҡулланған боронғо әйберҙәре, аш-һыу төрҙәре урын алған.
Шулай уҡ мәктәптәҡулланған СССР заманындағы ҡомартҡыларҙы һағынып, яратып ҡараныҡ, Ленин бабайҙың портретына ҡарап, октябрят, пионер, комсомол ваҡыттарыбыҙҙы иҫкә алдыҡ.


Беҙ, һөйөклө атабыҙҙай күреп табынған юлбашсыны бөгөнгө балаларҙың бөтөнләй ишетеп белмәүенә, тарихты оноттороуҙарына зарландыҡ.
Рәшиҙә Тайып ҡыҙы сығышы менән Әбйәлил районының Ҡужан ауылынан.


"Ошо Магнит ҡалаһында Башҡорт сәнғәт йортон асып, 18 йыл эшләнем. Унан һуң Халыҡтар Дуҫлығы йорто менән берләштереп, 2012 йылдан алып башҡорт бүлеге етәксеһе булып эшләйем. Бөтә милләт кешеләре менән килешәбеҙ, бер кем бер кемде лә ҡыйырһытмай, дуҫ-татыубыҙ.
"Миләш" һәм "Мираҫ" исемле ҡатын-ҡыҙҙар клубы бар. Биш бейеү ансамблебеҙ эшләй.


"Йәшлек" бейеү ансамбле "Байыҡ" бәйгеһендә 100 балл йыйып, көҙгә Гала-концертта ҡатнашыу хоҡуғы яуланылар. Бәләкәй балаларҙың "Осҡон" бейеү ансамбле бик әүҙем.


"Ҡарлуғас" фольклор ансамбле ҡатын-ҡыҙҙары йырлай ҙа, бейей ҙә, ул ансамблдең ойошторолоуына быйыл 30 йыл тулды.
Тормош юлдашым Рафаэль Мортазин да бында эшләй, ҡурайсы-музыкант. Бейеүҙәр һалыусы ирле-ҡатынлы Хәлиловтарға бик рәхмәтлемен!
Ошо Силәбе - Башҡортостан дуҫлығы һүрелмәһен, ҡатнашып йәшәйек, ғәҙелгәрәйҙәр, Хоҙай насип итһә, һеҙгә лә барырбыҙ!" - тип, үҙҙәре менән таныштырып үтте Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, "Ал да , нур сәс халҡыңа", "Милләт әсәһе" миҙалдары эйәһе, яҡты йөҙлө, тәмле һүҙле, янып торған сибәр, эшлекле Рәшиҙә Тайып ҡыҙы.


Ул шулай уҡ йыл һайын көҙ көнө үткәрелеп килгән "Өс таған" фестиваленә саҡырҙы.
Тамашасылар залында магниттарҙың дәртле бейеүҙәрен ҡарап, һоҡланып, фольклор ансамленең йырҙарын тыңлап, үҙебеҙҙең бүләк-йырҙарын башҡарып, үҙ-ара рәхмәт хаттары, бүләктәр бирештек.


Бигерәк тә Кейекбай ауыл хәкимиәте башлығы Азамат Ғәйфулла улының Ғәҙелгәрәй тураһында мәҡәлә сыҡҡан "Башҡортостан" республика гәзиттәрен, Миләүшә Ҡаһарманованың китаптарын бүләк итеп таратыуы тулҡынландырғыс булды.


Көнөбөҙ бай тәъҫораттар менән уҙҙы. Башҡортостаныбыҙҙан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, динебеҙҙе шул тиклем камил итеп һаҡларға тырышыуҙары күңелдәрҙе тетрәндерҙе.


Күптәр ураҙала булғанлыҡтан, бай өҫтәл артында тәмле ризыҡтар менән ауыҙ асып, ошо башлап һалған дуҫлыҡ күперенә саң ҡундырмай, аралашып, ҡатнашып йәшәргә ниәт итеп, һаубуллаштыҡ.


Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә, тигәндәй, күңелдәребеҙгә иҫ киткес рухи байлыҡ алып ҡайттыҡ. Рәхмәт һеҙгә күршеләр, ғәзиз милләттәштәр!
#АйыҡАуыл2025 #ТрезвоеСело2025 #БөтәДоньяБашҡорттарыҠоролтайы #ВсемирныйКурултайБашкир #БөрйәнБашҡорттарыҠоролтайы #Ғәҙелгәрәйауылы
#Бурзянскийрайон
#ФСГОРБ
#ГРАНТЫРБ

Ғәҙелгәрәйҙәрҙең Магнитҡа сәйәхәте
Ғәҙелгәрәйҙәрҙең Магнитҡа сәйәхәте
Ғәҙелгәрәйҙәрҙең Магнитҡа сәйәхәте
Ғәҙелгәрәйҙәрҙең Магнитҡа сәйәхәте
Ғәҙелгәрәйҙәрҙең Магнитҡа сәйәхәте
Ғәҙелгәрәйҙәрҙең Магнитҡа сәйәхәте
Ғәҙелгәрәйҙәрҙең Магнитҡа сәйәхәте
Ғәҙелгәрәйҙәрҙең Магнитҡа сәйәхәте
Ғәҙелгәрәйҙәрҙең Магнитҡа сәйәхәте
Автор:Флүрә Маликова
Читайте нас