Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Март , 17:31

Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәнән иң мөһимдәре

2 март көнө Башҡортостан Хөкүмәтендә Республика Башлыҡы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә күп һорауҙар ҡаралды. Шуларҙың иң мөһимдәре:

Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәнән иң мөһимдәре
Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәнән иң мөһимдәре

Әбйәлил районының Асҡар ауылында 640 балаға иҫәпләнгән яңы полилингваль мәктәп асылды. Полилингваль мәктәп - бер нисә телдә (өс һәм унан күберәк) дәрестәр алып барылған уҡыу йорто. Был Башҡортостанда ун икенсе ошондай белем биреү учреждениеһы;

Радий Хәбиров Р-240 трассаһындағы яҡтыртыуҙы тәнҡитләне һәм яҡын арала яҡтылыҡ менән бәйле хәлде төҙәтергә ҡушты;

 Башҡортостанда 4 мартта 10.00 сәғәттән 11.00 сәғәткә тиклем хәбәр итеү системалары тикшереләсәк. Сигнал телевидение, радио, урамдарҙа, шулай уҡ өфөнөң «аҡыллы домофондарында» яңғыраясаҡ;

 Башҡортостан Башлығы  коммерцияға ҡарамаған баҡса ширҡәттәренә юлдарҙа эштәрҙе тиҙләтергә ҡушты. Юлдарҙы түшәү һәм тәртип урынлаштырыу ғәҙәттәгенән иртәрәк башлана;

 Конфликт арҡаһында Яҡын Көнсығышта ҡалып ҡалған Башҡортостан туристары өсөн +7 (347) 218-19-19 йәки 112 ситуацион үҙәк булдырылды.
Шулай уҡ Рәсәйҙең Сауҙа Вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡортостан вәкиле Роман Владимирович Громовҡа МАХ мессенджеры аша мөрәжәғәт итергә мөмкин: +7 919 619-99-90.                                                                      
 Башҡортостан 173-сө гумконвойҙы махсус хәрби операция зонаһына оҙатты;

Ҙур коммерцияға ҡарамаған баҡса ширҡәттәрендә пилот проекты сиктәрендә фельдшер-акушер пункттары эшләй башлаясаҡ.

Республика балалар клиник дауаханаһы 2025 йылда Рәсәйҙең иң яҡшы педиатрия клиникаһы тип таныла.

 1 марттан Башҡортостандың ҙур мәктәптәренең уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫарҙары мәктәптә психологик климатты күҙәтәсәк һәм хәүеф төркөмөнә ингән уҡыусыларҙы асыҡлаясаҡ. Радий Хәбиров ошо көндәрҙә улар менән шәхсән осрашты һәм был эш өсөн өҫтәмә түләүҙәр буласағын белдерҙе.

Быйыл Башҡортостанда дүртенсе тапҡыр «ГеоВызов» халыҡ-ара геология чемпионаты үтәсәк.

 «Таврос» компанияһы продукцияһы донъяның 10 иленә, шул иҫәптән Һиндостанға һәм Ҡытайға оҙатыла. Башҡортостан Башлығы сеймал ебәреү генә түгел, ә эшкәртеү менән шөғөлләнергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

 Радий Хәбиров Зубрҙар йәшәгән Күгәрсен районындағы ҡурсаулыҡҡа барҙы. Башлыҡ, Башҡортостанда башҡа экзотик хайуандар ҙа барлыҡҡа килеүе ихтимал, тип фаразланы.

Быйыл 152 йәмәғәтселек биләмәләре төҙөкләндереләсәк.
 
Башҡортостан ГТО-ны бойомаға ашырыу буйынса Рәсәйҙең тәүге 15 төбәге иҫәбенә инде. Республика буйынса бөтәһе 68 ГТО майҙансығы ҡуйылған.  Быйыл тағы ла ун биш майҙансыҡ ҡуйыласаҡ.
 
Башҡортостан Башлығы 8 март алдынан муниципалитеттар башлыҡтарына байрам  сараларына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың әсәләрен, хәләл ефеттәрен һәм тол ҡалған ҡатындарын саҡырып үткәрергә ҡушты.

Автор:
Читайте нас