

Был ярҙам уларға “Рәсәй Федерацияһы граждандарын уңайлы торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү” дәүләт программаһының “Торлаҡ менән тәьмин итеүҙә һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙә граждандарға дәүләт ярҙамы күрһәтеү” маҡсатлы программаһына ярашлы бирелде. Сертификат ғаиләгә торлаҡ һатып алыу йәки төҙөү өсөн социаль түләү алырға хоҡуҡ бирә.
Ғәзиз һәм Илүзә Хисаметдиновтар Камила, Мәрйәм, Физалиә, Амилия исемле 4 ҡыҙ үҫтерәләр. Ата-әсә уларға матур тәрбиә бирергә тырыша.
Рәмил Миңлеәхмәт улы йәш ғаиләне ҡотлап, сертификаттың мәнфәғәтен күреп, бәхетле ғүмер кисереүҙәрен теләне.
-Сертификатты йорт төҙөүгә тотонорға ҡарар иттек. Район хакимиәте башлығы Рәмил Миңлеәхмәт улына, документтар менән ярҙам иткән Нурһылыу Рамаҙан ҡыҙына рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, - ти Илүзә.
Киләсәктә матур өй төҙөп сығып, балалар ҡыуанысында бәхетле йәшәргә яҙһын уларға.