Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Февраль , 17:24

Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер менән осрашыу

26 февралдә Республика менән идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер осрашты. Көн тәртибендә – төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләре.

Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер менән осрашыу
Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер менән осрашыу

Ҙур төбәк делегацияларының визиттары Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһындағы мөнәсәбәттәргә ыңғай йоғонто яһай, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы.

– Башҡортостан һеҙҙең менән төрлө йүнәлештәр буйынса хеҙмәттәшлек итергә теләй. Беҙ, һеҙҙең кеүек үк, тәрән сәнәғәт кооперацияһына ынтылабыҙ. Беҙҙең предприятиелар әүҙем һөйләшеүҙәр алып бара ла инде, һәм был тауар әйләнешенең артыуына килтерер, тип ышанам, – тине Радий Хәбиров.

Республика Башлығы Алексей Текслерға Силәбе башҡорттарына ярҙам маҡсатында өлкәнең идара итеү командаһы тарафынан күрелгән саралар өсөн рәхмәт әйтте, был эштең халыҡтың уникаль мәҙәниәтен һәм йолаларын һаҡлау өсөн мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Губернатор үҙ сиратында Радий Хәбировҡа йылы ҡабул итеүҙәре һәм Өфөлә Силәбе делегацияһының эшен яҡшы ойоштороуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Беҙ ҙур команда менән килдек, уның составында – төбәктең дәүләт власы органдары вәкилдәре һәм алдынғы сәнәғәт предприятиелары етәкселәре, улар кооперация бәйләнештәрен үҫтереү менән ҡыҙыҡһына, – тип белдерҙе Алексей Текслер. – Ил алдында яңы технологик бурыстар тора, һәм уларҙы Башҡортостан кеүек күршеләр менән бергә хәл итеү һөҙөмтәлерәк һәм ҡыҙыҡлыраҡ.

Сәфәр сиктәрендә делегация вәкилдәре Өфөнөң бер нисә төп объектында, шул иҫәптән Республика менән идара итеү үҙәгендә булды. Үҙәктең эш тәжрибәһен Силәбе өлкәһе дәүләт идаралығы системаһында файҙаланыу өсөн ентекләп өйрәнәсәктәр.

Автор:
Читайте нас