Башҡортостан Башлығы, республиканы Силәбе өлкәһе менән географик йәһәттән күрше булыу һәм күп йүнәлештәр буйынса тығыҙ хеҙмәттәшлек бәйләй, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Һеҙҙең төбәк – республикабыҙҙың мөһим иҡтисади партнёры. Һеҙ туплаған потенциал, тәжрибә, металлургия, машиналар эшләү, металл эшкәртеү тармаҡтарындағы, төҙөлөштәге, яғыулыҡ-энергетика секторындағы компетенциялар бөгөнгө иҡтисади хәл шарттарында айырыуса әһәмиәткә эйә, – тине төбәк етәксеһе. – Беҙҙе ысын яҡын дуҫлыҡ бәйләй. Һеҙҙең өлкә – башҡорттар һаны буйынса Рәсәйҙә икенсе төбәк, унда милли йолалар һәм мәҙәниәт үҫешә. Өлкәлә башҡорт мәҙәниәтен, тел үҙенсәлеген һаҡлау мәсьәләләренә иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Беҙҙең өсөн был бик ҡиммәтле. Бөгөн, инвестиция мөхитен яҡшыртыу йәһәтенән эшләнмәләр, тармаҡ программаларын тормошҡа ашырыу буйынса иң яҡшы тәжрибәләр менән уртаҡлаша алһындар өсөн, идара итеү командалары араһында тура горизонталь бәйләнештәр булдырыу бик мөһим.
Радий Хәбиров шулай уҡ республиканың үҫеше хаҡында һөйләне һәм Силәбе өлкәһе менән хеҙмәттәшлекте артабан нығытыу кәрәклеген билдәләне.
– Башҡортостан – сәнәғәт сәйәсәтенең һөҙөмтәлелеге рейтингында алдынғы төбәк. Беҙ – автомобиль бензины, дизель яғыулығы етештереү буйынса илдә беренсе урында, химия һәм нефть химияһы продукцияһы буйынса төп үҙәктәрҙең береһе. Авиация, ракета-космос һәм оборона техникаһы өсөн комплектлаусы изделиелар һәм агрегаттар, авиация һәм газ турбиналы двигателдәр, вертолёттар, автобустар, шулай уҡ төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ өсөн махсус техника етештерәбеҙ, – тип билдәләне республика Башлығы. – Башҡортостандың Урал аръяғы биләмәләрен үҫтереү өсөн энергетика өлкәһендә үҙ-ара эш итеү менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Шулай уҡ аграр өлкәлә тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырылды. Төбәктәребеҙ предприятиелары араһында әҙер продукция, аҙыҡ-түлек етештереү өсөн сеймал менән тәьмин итеүҙең тотороҡло каналдары эшләй. Урман эшкәртеү, еңел сәнәғәт, төҙөлөш материалдары етештереү өлкәләрендә хеҙмәттәшлек уңышлы үҫешә. Туризм өлкәһендә лә үҙ-ара эш итеү өсөн киң перспективалар бар. Беҙ бөтә йүнәлештәр буйынса артабанғы берлектәге эш өсөн асыҡ. Бөгөн беҙ яҡшы старт бирәбеҙ һәм интенсив яҫылыҡта хеҙмәттәшлек итәсәкбеҙ. Берлектәге проекттар беҙҙе бөгөнгө заманда көслөрәк итә һәм конкурентлыҡҡа һәләтлерәк булыу мөмкинлеген бирә.
Алексей Текслер Башҡортостан етәкселегенә йылы ҡабул итеүҙәре һәм сәфәрҙең эшлекле программаһы сараларын юғары ойошторғандары өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Беҙҙе күп быуатлыҡ тарих һәм ысын дуҫлыҡ берләштерә. Төбәктәребеҙ иҡтисады ла тарихи йәһәттән бәйле – ҙур предприятиелар даими кооперацияла эшләй, – тип билдәләне Силәбе өлкәһе губернаторы. – Ҡала транспорты, сауҙа, туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү, шулай уҡ вуз-ара кампустарҙың эшен ойоштороу, адаптив спортты үҫтереү, махсус хәрби операция ветерандары менән эшләүҙә тәжрибә уртаҡлашыу буйынса тәҡдимдәребеҙ бар.
Һөйләшеүҙәр барышында яңы перспективалы йүнәлештәр ҙә тикшерелде – был тәү сиратта роботлаштырыу һәм юғары технологиялар ҡулланыу. Алексей Текслер Силәбелә Рәсәйҙә сәнәғәт робот-манипуляторҙарын сериялы етештереү буйынса беренсе завод асылыуы, шулай уҡ сервис робототехникаһы һәм импортҡа бәйле булмаған программа тәьминәте үҫеше тураһында хәбәр итте.
Осрашыу аҙағында Радий Хәбиров менән Алексей Текслер Башҡортостан Республикаһы һәм Силәбе өлкәһе Хөкүмәттәре араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль, мәҙәни һәм башҡа өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Бынан тыш, профилле министрлыҡтар, ведомстволар һәм институттар етәкселәре – Көньяҡ Уралда айырыуса һаҡланған биләмәләрҙе халыҡ-ара кимәлдә танытыу, дөйөм белем биреү, туризм, эшҡыуарлыҡ өлкәләрендә үҙ-ара эш итеү, граждандар башланғыстарына булышлыҡ итеү, ташҡын ваҡытында ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү, шулай уҡ муниципаль райондар етәкселәре Силәбе өлкәһе Һатҡы муниципаль округының Башҡортостандың Салауат һәм Ҡыйғы райондары менән үҙ-ара эш итеүе тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙы.
***
Журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы һәм Силәбе өлкәһе губернаторы партнёрлыҡты артабан тәрәнәйтеүгә, сәнәғәт кооперацияһын киңәйтеүгә, күрше төбәктәр араһында гуманитар, мәғариф һәм туристик проекттарҙы үҫтереүгә әҙерлекте раҫланы.
– Беҙ төҙөгән килешеү хеҙмәттәшлек өсөн яңы перспективалар булдыра. Бөгөн беҙ килешкәндәрҙең барыһы ла «юл картаһы»нда сағылыш табасаҡ. Беҙгә Силәбе өлкәһенең аҙыҡ-түлек сәнәғәте бик ҡыҙыҡлы – ауыл хужалығы продукцияһын ярайһы уҡ күп етештерәбеҙ, әммә эшкәртеү йәһәтенән беҙ гел арттараҡ. Күршеләрҙең ҙур тәжрибәһен һәм компетенцияларын иҫәпкә алып, был да хеҙмәттәшлектең мөһим нөктәһе булып тора. Шулай уҡ фәнни, мәҙәни, спорт үҙ-ара эш итеү ҡыҙыҡлы. Әгәр беҙ туристик мөмкинлектәребеҙҙе берләштерһәк, билдәле бер иҡтисади өҫтөнлөккә эйә проекттар килеп сығасаҡ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Силәбе өлкәһе – көслө идара итеү командаһы булған йылдам үҫешеүсе төбәк. Һәм көслө командаларҙың тырышлығы берләшкәндә, был һәр ваҡыт һиҙелерлек һөҙөмтә бирә.
– Яңы килешеү берлектәге хеҙмәттәшлектең бөтә йүнәлештәрен дә үҙ эсенә ала. Беҙ республиканың алға китеүен һәм күп йүнәлештәр буйынса илдә алдынғы булыуын күрҙек. Беҙҙә лә ҡыҙыҡлы йүнәлештәр күп. Предприятиеларыбыҙ үҙ-ара тығыҙ хеҙмәттәшлек итер, яңы продукттар булдыра башлар, тип ышанам, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Алексей Текслер. – Беҙ киңәйтелгән делегация менән килдек. Аралашыуҙы нығытыу өсөн шәхси бәйләнеш бик мөһим. Ә был бәйләнеш етәкселәр араһында булдырылһа, эффект бер нисә тапҡырға арта. Коллегаларыбыҙҙың Силәбе өлкәһенә яуап сәфәрен дә планлаштырабыҙ. Килешеүҙе тормошҡа ашырыу буйынса предприятиеларыбыҙҙың һәм ведомстволарыбыҙҙың эшен квартал һайын күҙәтеп барырға килештек. Йылы, ихлас ҡабул итеүегеҙ өсөн рәхмәт!