

Сарала шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, хоҡуҡ һаҡлау органдары, министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, Ҡораллы көстәр ветерандары һәм махсус хәрби операция яугирҙары ҡатнашты. Һәләк булған Ватан һаҡсыларын бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов хөрмәтенә монументаль композиция 2022 йылдың октябрендә, Республика көнөндә, асылды. Ул 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары һәм Тыуған ил өсөн һәләк булған ватандаштарыбыҙ иҫтәлегенә бағышлана.
Башҡортостан Башлығы сайтынан