Йәмғиәт
23 Февраль , 09:58

Радий Хәбиров Өфөнөң Еңеү паркында Мәңгелек утҡа сәскәләр һалды

23 февралдә Өфөнөң Еңеү паркында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан тантаналы сарала ҡатнашты.

Радий Хәбиров Өфөнөң Еңеү паркында Мәңгелек утҡа сәскәләр һалдыРадий Хәбиров Өфөнөң Еңеү паркында Мәңгелек утҡа сәскәләр һалды
Радий Хәбиров Өфөнөң Еңеү паркында Мәңгелек утҡа сәскәләр һалды

Республика етәксеһе Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов һәм Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың батырлығын һынландырған һәйкәлгә сәскәләр һалды.

Сарала шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселәре, Ҡораллы көстәр ветерандары, махсус хәрби операция яугирҙары һәм Өфө халҡы ҡатнашты.

Рәсәй һәм Башҡортостан гимндарын башҡарғандан һуң яу яланында һәләк булған Ватан һаҡсыларын бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар.

Журналистар менән әңгәмәлә республика Башлығы Тыуған ил өсөн һәләк булған яугирҙар тураһындағы хәтерҙе һаҡлауҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Илебеҙҙә һәр быуындың үҙ геройҙары бар – Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында алышыусылар, Афғанстанда интернациональ бурысын үтәүселәр, Төньяҡ Кавказда контртеррористик операцияла ҡатнашыусылар, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөн беҙҙең егеттәр махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Һәм беҙ уларҙың иҫән-һау һәм еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

Автор:
Читайте нас