Йәмғиәт
21 Февраль , 06:11

Бөгөн - Халыҡ-ара туған тел көнө!

21 февраль – һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө, бөтә илдәрҙә Халыҡ-ара туған тел көнө билдәләнә. 

Бөгөн - Халыҡ-ара туған тел көнө!Бөгөн - Халыҡ-ара туған тел көнө!
Бөгөн - Халыҡ-ара туған тел көнө!

💥Ер шарында йәшәүсе халыҡтар 6 меңгә яҡын телдә аралаша, күптәре юғалыу сигендә.

🍁Тел – халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, тарихи үткән менән киләсәкте бәйләр күпер. “Теле барҙың – иле бар” - ти был турала башҡорт халыҡ мәҡәле. 

⚜️Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған. 

🤝Башҡа милләттәрҙе хөрмәт итәйек, үҙ телебеҙҙе ҡәҙер итәйек!

☀️ Байрам менән! Бөтә донъя туған телдәр көнө менән, дуҫтар!

Ватандаш

Автор:
Читайте нас