

- 2025 йылда төҙөлөш тармағы күп йүнәлештәр буйынса лайыҡлы һөҙөмтәләр күрһәтте. Быйыл ошо уҡ темпты һаҡлап ҡалыу бик мөһим. Ғинуарҙа төҙөлөш стадияһында торлаҡ күләме юғары кимәлдә һаҡланған – 116 миллион квадрат метр, был былтырғыға ҡарағанда ике процентҡа күберәк. Шулай уҡ йыл башынан 4 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлөшө башланған, был уҙған йыл күрһәткестәренән 34 процентҡа юғарыраҡ. Төбәк башлыҡтарынан күп фатирлы торлаҡты ваҡытында сафҡа индереүҙе контролдә тотоу эшен көсәйтеүҙәрен һорайым. Бынан тыш, ҡала төҙөлөшө ҡеүәтен арттырыу менән даими шөғөлләнергә кәрәк, – тип билдәләне Марат Хөснуллин. - Юл эшмәкәрлеге лә айырым иғтибар зонаһында ҡала. Быйыл 20,5 мең саҡрым төбәк һәм урындағы юлдар төҙөү, реконструкциялау һәм ремонтлау планлаштырыла.
Вице-премьер билдәләүенсә, бөгөнгө көндә Мәскәү, Иркутск, Түбәнге Новгород өлкәләре һәм Башҡортостан федераль проекттарҙың һәм дәүләт программаларының төп күрһәткестәрен үтәү буйынса лидер төбәктәр булып тора.
Ошо һәм башҡа көнүҙәк темалар тураһында Республика Башлығы сайтында уҡығыҙ