

Район Эске эштәр бүлеге начальнигы полиция подполковнигы Радмир Хөснуллин 2025 йылдағы хоҡуҡ боҙоу осраҡтары һәм бынан алдағы йыл менән сағыштырып, һуңғы ваҡытта енәйәтселәрҙең телефон аша мессенджерҙарҙан йәки шылтыратып кешеләрҙе законһыҙ ғәмәлдәргә йәлеп итеү, диверсияларға, яндырыуҙарға этәреү осраҡтары артыуын билдәләне, йыйылышта ҡатнашыусыларҙы уяу булырға саҡырҙы. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 73-сө янғын-ҡотҡарыу хеҙмәте вәкиле Әсғәт Йәмғурсин үткән йылдағы республикала һәм Бөрйән районы биләмәһендә булған янғындар буйынса статистикаға туҡталды. Янғындарҙы иҫкәртеү маҡсатында халыҡты хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре менән таныштырҙы.
Баҙал биҫтәһендә халыҡты башлыса урамдарҙағы юл мәсьәләһе борсой. Аҡмулла, Зәки Вәлиди урамдарына тротуар һалыу, "Пятерочка" алдында парковка урыны эшләү, яҙ көнө ирегән ҡарҙан соҡорҙарға йыйылып ятҡан һыуҙар, ихаталарға һыу инеү һәм башҡа мәсьәләләр тураһында һорауҙар күтәрелде. Күп мәсьәлә урында хәл ителде, ҡайһы бер һорауҙар етәкселәр тарафынан яҙып алынды.