

– Бөгөн Волга буйы федераль округындағы иң ҙур мәктәпте асабыҙ. Был балалар өсөн ысын мәғәнәһендә инновацион тәрбиә, мәҙәни, спорт һәм ял итеү үҙәге. Унда белем алыусыларҙың һәм сығарылыш уҡыусыларының ҙур ҡаҙаныштары тураһында күп тапҡырҙар ишетербеҙ, тип ышанам. Иң мөһиме – мәктәп Тыуған илде яратыусы кешеләр тәрбиәләһен, – тине Радий Хәбиров. – Бөтә балаларға ла яҡшы уҡыуҙарын теләйем. Уҡытыусыларға мөһим һәм яуаплы хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм, бында эшләү күңелегеҙгә хуш килһен.
Республика Башлығы мәктәпте төҙөүсе эшселәргә лә рәхмәт белдерҙе һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
31 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанлы мәктәп бинаһы «А» хәрефе формаһында төҙөлгән. Бында бөтәһе 96 уҡыу кабинеты, дүрт спорт залы, стадион, бер нисә уйын майҙансығы, медицина блогы бар. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн лифт, пандустар һәм айырым санитар бүлмәләр булдырылған.
164-се Мәғариф үҙәге директоры Миләүшә Мырҙағәлина, учреждениела «Тулы көн мәктәбе» программаһы тормошҡа ашырыла, тип хәбәр итте. Йәғни уҡыусыларҙың дәрестәрҙән һуң түңәрәктәргә һәм секцияларға йөрөү, ижад һәм спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеге бар. Бынан тыш, белем усағында «Мөмкинлектәр мәктәбе» проекты булдырылған – ул профилле йүнәлешле «Ломоносов фән мөйөшө» (тәбиғи-ғилми), «Кулибин оҫтаханаһы» (технологик), «Пушкин ҡунаҡ бүлмәһе» (гуманитар) кабинеттарын үҙ эсенә ала. Шулай уҡ медицина, полиция, психология-педагогия, эшҡыуарлыҡ кластары һәм креатив индустриялар класы ойошторолған. Дәрестәрҙән һуң балалар робототехника, авиамоделләштереү, программалау, блоггинг, театр һәм ораторлыҡ сәнғәте, актёрлыҡ оҫталығы, мультипликация, нәшриәт эше, спорт туризмы түңәрәктәрендә, шулай уҡ шахмат, шашка, волейбол, гандбол, баскетбол секцияларында шөғөлләнә ала.
– Бөгөн 1-8 кластар тулыһынса комплектланған, 1 339 бала белем аласаҡ. Беҙҙә 10 беренсе класс асылды, – тип өҫтәне Миләүшә Мырҙағәлина. – Быйылғы уҡыу йылында 9-11 кластарға ла уҡыусылар йыйырға планлаштырабыҙ. Ә 2026 йылдың 1 сентябренән ата-әсәләрҙең һорауы буйынса һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн коррекция кластары һәм аутизм спектры боҙолған беренсе класс уҡыусылары өсөн ресурс класы асырға ниәтләйбеҙ.
Радий Хәбиров заманса видеокүҙәтеү системаһы менән йыһазландырылған һаҡ пунктын, биология һәм башланғыс кластар кабинеттарын, лабораторияларҙы, дизайн студияһын, 494 урынлыҡ тамаша залын, спорт залын, 700 урынлыҡ ашхананы һәм эко-кафены ҡараны. Кабинеттарҙың барыһында ла интерактив ҡорамалдар ҡуйылған, ә оҫтаханалар заманса техника менән йыһазландырылған.
– Волга буйы федераль округының иң ҙур мәктәбе буш урында тиерлек барлыҡҡа килде. Был мөһим объектты төҙөү беҙгә еңел бирелмәне. Тапшырыу ваҡытын бер нисә тапҡыр күсерергә тура килде. Ниһайәт, быларҙың барыһы ла артта ҡалды, – тип билдәләне республика Башлығы журналистар менән әңгәмәлә. – Беҙ балалар өсөн иң яҡшы шарттар булдырырға тырыштыҡ, мәктәпте заманса ҡорамалдар менән йыһазландырҙыҡ. Хәҙер барыһы ла уҡытыусылар ҡулында – бар процестарҙы яйға һалыу һәм эште уҡыусылар дәрестәргә теләк менән йөрөрлөк итеп ойоштороу мөһим.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайтынан