

- Мәктәптәрҙә хәүефһеҙлек системаһы яңынан етди ҡарауға һәм көсәйтеүгә мохтаж. Беҙ һеҙҙең менән иң ҡиммәтле әйберҙәребеҙҙе – балаларыбыҙҙы яҡларға бурыслыбыҙ. Уларҙың һаулығы, ғүмере, киләсәге беҙҙең дөйөм хәүефте алдан күрә белеүгә бәйле, – тине Радий Хәбиров. - Әле беҙ ике мәсьәлә өҫтөндә эшләйбеҙ. Беренсеһе - мәктәптәрҙең периметрын физик һаҡлауҙы тәьмин итеү мәсьәләһе. Бында эште яҡшыртырға кәрәк. Был маҡсатҡа өҫтәмә финанслау бүлеп бирәсәкбеҙ. Росгвардия менән контроль сараларҙы ла көсәйтеү тураһында һөйләшеп килештек. Икенсеһе-хәүефһеҙлекте тәьмин итеүҙең техник сараларын яңыртыу буйынса эште дауам итәсәкбеҙ.
Үҫмерҙәр менән эште, айырыуса социаль яҡтан хәүефле, норманан тайпылышлы тәртипте сифатлы үҙгәртергә кәрәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Республика Башлығы.
- Хәҙер беҙ мәктәптәрҙе хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү, уҡыусыларҙың ғүмере һәм һаулығы өсөн хәүефле булған кире күренештәрҙе, шул иҫәптән буллингты иҫкәртеү һәм булдырмау буйынса эш өсөн дә баһалаясаҡбыҙ. Шулай итеп, һеҙҙең эшләгәнегеҙҙе күрербеҙ, - тип билдәләне төбәк етәксеһе. - Һәр мәктәптә проблемалы балалар бар, тип ышанам. Мәғлүмәт һуғышы шарттарында балалар психикаһына хәҙер күп негатив ябырыла. Был хәлде контролдә тотоуҙы көсәйтергә кәрәк. Балаларыбыҙҙы ҡотҡарып, иңгә-иң терәшеп барырбыҙ, тип ышанам. Был етди системалы эштең башы, һәм беҙ ойоштороу мәсьәләләре менән ярҙам итергә әҙербеҙ. Яҡын арала мәғариф учреждениеларында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса өҫтәмә саралар тураһында указға ҡул ҡуям.
Радий Хәбиров республиканың Мәғариф министрлығына директорҙарҙың тәрбиә эше буйынса урынбаҫарҙарына өҫтәмә төбәк түләүҙәре мәсьәләһен ҡарарға, уларҙы уҡытырға, шулай уҡ мәктәп психология хеҙмәтен яңынан башларға ҡушты.
-Беҙ бөтә кәрәкле ҡарарҙар ҡабул итәсәкбеҙ һәм һаҡлауҙы көсәйтәсәкбеҙ, контроль саралар үткәрәсәкбеҙ. Әммә был эшкә мәктәп директорҙары һәм педагогик коллективтар ҡушылмаһа, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү мәсьәләһен тулыһынса хәл итмәйәсәкбеҙ, – тине Башҡортостан Башлығы журналистар менән әңгәмәлә. - Хәҙерге заманда балаларыбыҙ көсһөҙләнә. Уларға ярҙам итеү өсөн мәктәп психологтары, тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫарҙары бар. Беҙ бергәләп республикалағы һәр бала өсөн хәүефһеҙ мөхит булдырырға бурыслыбыҙ.
Сығанаҡ: Башҡортостан Башлығы сайты