Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Февраль , 11:38

Снайперҙан БПЛА инструкторына

2023 йылда, алғы һыҙыҡта пилотһыҙ аппараттар ҡулланыу киң таралғас, Алгис Кәримов яңы һөнәр үҙләштерергә теләүселәр араһында була. Ул ваҡытта операторҙарҙың штат вазифалары булмай, яугирҙар үҙҙәре инициатива күрһәтә.

Снайперҙан БПЛА инструкторына
Снайперҙан БПЛА инструкторына

“Мин өлкән разведчик-снайпер булып хеҙмәт иттем, әммә пилотһыҙ аппараттар менән эшләнем. Телефонға FPV-дрон симулятор ҡушымтаһын күсереп алдым һәм күнекмәләр генә яһаным. Тыл зонаһындағы уҡыу үҙәгенә килгәс, инструктор мине пультҡа ултыртты, минең нисек осоуымды ҡараны һәм “әҙер” булыуымды билдәләне. Беренсе көндә үк дронды һауаға күтәрҙем,” - тип хәтерләй Алгис.

Алгис Кәримовтың нисек снайперҙан БПЛА инструкторы булып китеүе хаҡында «Красная звезда» хәбәрсеһе Сергей Черновтың материалында уҡығыҙ
Автор: Рушан Баимов
Читайте нас