Йәмғиәт
3 Февраль , 10:51

Өфөнөң 16-сы гимназияһында булған хәл - Башҡортостан Башлығы контролендә

3 февралдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров туғыҙынсы класс уҡыусыһы уҡытыусыға һәм уҡыусыларға һөжүм иткән 16-сы ҡала гимназияһында булды.

Өфөнөң 16-сы гимназияһында булған хәл - Башҡортостан Башлығы контролендәӨфөнөң 16-сы гимназияһында булған хәл - Башҡортостан Башлығы контролендә
Өфөнөң 16-сы гимназияһында булған хәл - Башҡортостан Башлығы контролендә

Ваҡиға тураһында сигнал сәғәт 11-ҙәр тирәһендә килә. Уҡыу йортона Росгвардияның ведомствонан тыш һаҡ экипаждары сыға. Улар атыш асҡан үҫмерҙе ҡулға ала һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарына тапшыра. Әлеге осраҡ буйынса прокуратура тикшереү ойошторған да инде.

Башҡортостан Башлығы ваҡиға шарттары менән танышты һәм журналистар менән әңгәмәлә хәлгә аңлатма бирҙе:

"Иң мөһиме-бер кем дә зыян күрмәгән. Әлеге ваҡытта тәфтиш комитеты ике енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Бөтә эмоцияларҙы һанамағанда, ике төп моментты билдәләргә теләйем. Беренсеһе. Ни өсөн егет был эште башҡарғанын асыҡлау мөһим. Икенсеһе. Малай мәктәпкә алып килгән автомат пластик, уйынсыҡ. Металл детекторы уны "күрә алмай", әммә уҡыусы үҙе менән йөрөткән бысаҡҡа сигнал биргән. Ни өсөн үҫмерҙе бер кем дә туҡтатмаған? Сөнки күпселек уҡыусыларҙың үҙендә металл әйберҙәре бар, быға бер кем дә иғтибар итмәй. Быны ла айырым тикшерәсәкбеҙ, - тине Радий Хәбиров. - Бөгөн мәктәп ябыҡ, балаларҙы уҡыуҙан азат иттеләр. Иртәгә бөтә кластарҙа ла йыйылыштар үтәсәк. Балаларҙы тынысландырыу һәм бөтә кәрәкле ҡарарҙарҙы теүәл ҡабул итеү мөһим.

Өфөнөң 16-сы гимназияһында булған хәл - Башҡортостан Башлығы контролендә
Өфөнөң 16-сы гимназияһында булған хәл - Башҡортостан Башлығы контролендә
Өфөнөң 16-сы гимназияһында булған хәл - Башҡортостан Башлығы контролендә
Өфөнөң 16-сы гимназияһында булған хәл - Башҡортостан Башлығы контролендә
Өфөнөң 16-сы гимназияһында булған хәл - Башҡортостан Башлығы контролендә
Өфөнөң 16-сы гимназияһында булған хәл - Башҡортостан Башлығы контролендә
Өфөнөң 16-сы гимназияһында булған хәл - Башҡортостан Башлығы контролендә
Өфөнөң 16-сы гимназияһында булған хәл - Башҡортостан Башлығы контролендә
Автор:
Читайте нас