Йәмғиәт
29 Января , 10:10

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Владимир Путин Хәрби полиция көнөн булдырҙы.

Рәсәй президенты Владимир Путин Рәсәйҙең Ҡораллы көстәрендә Хәрби полиция көнөн билдәләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Байрам йыл һайын 8 февралдә билдәләнә.

«Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы көстәрендә Хәрби полиция көнөн булдырырға һәм уны 8 февралдә билдәләргә», – тиелә документта.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда яңы байрам көнө булдырылыуы хаҡында хәбәр иткәйне.

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды
Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды
Автор:Башинформ
Читайте нас