

“Былтырғы йәйҙә туғандарҙан ҡунаҡтан ҡайтып килешләй магазинға инеп сығырға булдыҡ. Кис еткәйне инде. Машинанан тиҙ генә төшөп, йүгереп кенә барып киләйем тигәйнем, яҙа баҫып, ултыра төштөм. Аяҡтың ауыртыуына түҙә алмай, ҡысҡырып ебәрҙем.
Өйгә ҡайтҡас, оҙаҡ йылдар фельдшер булып эшләгән ҡәйнәм аяғымды тотоп-тотоп ҡараны ла:
-Һынмаған. Ҡурҡынысы юҡ, - тине. Компресс эшләне, бәйләп ҡуйҙы. Әммә аяғым төнө буйы һыҙланы.
Иртәгәһенә дауаханаға барҙыҡ. Тауҙа торған бинаға күтәрелеү өсөн улым менән ҡултыҡлашып һикһәнгә яҡын һикәлтә аша менергә, төшөргә тура килде.
Бәхеткә күрә, рентген һүрәте аяғымдың һынмауын күрһәтте.
Был хәлдән һуң байтаҡ ваҡыт үтте. Ул «мажара» онотола яҙғайны инде.
Ҡәйнәмә: - Анализдар бирергә, тикшерелергә кәрәк, - тип табиптар иҫкәрмә яһап киткәс, тағы дауаханаға барырға тура килде.
Беҙҙе тағы текә баҫҡыс ҡаршы алды. Врачҡа күренәм тиһәң, Бөрйәндә альпинислыҡ һынауын үтергә кәрәк икән.
Машиналы кешеләр һулаҡай яҡтан тауға менә биреп, уны шлагбаум тирәһендә ҡалдырһа, һикәлтәләр кәмерәк була, ә уң яҡтағы һөҙәк юл һаман да бикле тора.
Шуға ла йәйәүлеләр тураға ынтыла.
- Ниңә ошонда берәй ҡулайлама эшләп ҡуймайҙар икән? - тип көйҙө ҡәйнәм.
Бер ҡулына таяҡ тотҡан, икенсеһе менән баҫҡыс таяуҙарына йәбешеп яйлап ҡына менеп барған оло ғына ҡатындан әлеге проблема тураһында нимә уйлауын һораным. Ул йоҡа ирендәрен тағы ла нығыраҡ ҡымтып, ҡул ғына һелтәне.
Ә баҫҡыстан төшөп килеүсе ҡатын:
- Шул хәтлем йәнем көйә ошо баҫҡыстарға! – тине, асыуланып. - Тышта ни тиклем күтәрелергә кәрәк, балнисҡа ингәс тағы. Лифт юҡ. Ауырыу кешегә ҙур һынау.
Кеше ошонда эләгеп йығылһа, йәки быуыны тотмай, ҡолап китһә, баҫҡыс буйлап аҫҡа тәгәрәһә... Аллам һаҡлаһын!
Бәлки, пандус һымаҡ нәмә эшләп ҡуйырға кәрәктер?
Бина эсендә лифт эшләргә лә булалыр, моғайын?
Уң яҡта яр емерелеү сәбәпле ябып ҡуйылған һөҙәк юлды ла тиҙерәк асыу тураһында ҡайғыртырға ваҡыттыр?
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы был проблема тураһында ниндәй фекерҙә икән?”
Һорауҙарға Бөрйән район үҙәк дауаханаһының баш табибы Тимур Насыров яуап бирә:
-Халыҡтың баҫҡыс буйлап дауаханаға күтәрелеү ауырлыҡтары, пациенттар өсөн инфраструктураның тейешле булмауы тураһындағы мөрәжәғәттәр менән ентекләп таныштыҡ. Беҙҙең район үҙәк дауаханаһы бинаһы таулы ерҙә урынлашҡанлыҡтан, был граждандарҙың ҡайһы бер категорияһына медицина хеҙмәттәре менән файҙаланыу мөмкинлеген ҡатмарлаштыра.
Бина 2008 йылда тәбиғәт шарттарын һәм урындағы рельеф үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып төҙөлгән. Баҫҡыс конструкцияһы ғәмәлдәге ҡануниәткә һәм шул осорҙа ғәмәлдә булған санитар-гигиена нормаларына ярашлы башҡарылған.
Дауахана биләмәһенә Урал урамы, 5-се йорт яғынан инеүҙе ваҡытлыса сикләү унда барған ремонт эштәре менән бәйле. Прокуратура тикшереүенән һуң был урындан йөрөү тыйылды һәм эштәрҙең тамамланыу ваҡыты әлегә билдәһеҙ ҡала.
Бөгөнгө көндә хәлдәрҙе еңеләйтеү өсөн +7 (929) 755-71-30 номерына шылтыратып, транспортты тиҙ арала үткәрергә мөмкинлек биргән өҫтәмә оператив яуап биреү хеҙмәте ойошторолған. Был хеҙмәт тәүлек әйләнәһенә эшләй һәм ауыр сирле граждандарға, инвалидтарға һәм бәләкәй балалы ғаиләләргә дауахана биләмәһенә уңайлы инеү мөмкинлеген тәьмин итеү өсөн махсус тәғәйенләнгән.
Яуаплы хеҙмәткәрҙең башҡа эштәре лә күп булғанлыҡтан (автомобиль менән килтерелгән ауырыуҙы төшөрөшәләр, йә булмаһа икенсе корпусҡа алып барышалар һ.б.), һирәк осраҡтарҙа шылтыратыуҙы ваҡытында ҡабул итмәүҙәре лә мөмкин.
Әйткәндәй, шлагбаумды кемдәрҙер эшлектән сығарып китеүе сәбәпле, байрам көндәре ваҡытында ул асыҡ торҙо һәм дауаханаға ҡаршылыҡһыҙ үтеп йөрөнөләр.
Лифттарға килгәндә, ике ҡатлы терапия менән поликлиника биналарында лифт ҡаралмаған. Дүрт ҡатлы дауалау корпусында бөгөнгө көндә ике лифт эшләй, уларҙың береһе резервта тора. Белорет ҡалаһынан хеҙмәтләндереү ойошмаһы менән лифттарҙы техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау тураһында килешеү төҙөлгән. Бөгөнгө көндә теләгән һәр кем был лифт менән ҡуллана ала.
ФАП-тарҙа дарыуҙар һатылырмы?
Редакцияға Байназар ауылындағы дәүләт аптекаһының ябылыуы, кәрәкле дарыуҙар һатып алыу мөмкинлеге булмауы тураһында яҙалар. Район үҙәк дауаханаһы фельдшер-акушерлыҡ пункттарына үҙҙәрендә дарыу һатыу мөмкинлеге бирә аламы? Был һорауға Тимур Рәис улы Насыров яуап бирә:
-Бөгөнгө көндә райондың 12 фельдшер-акушерлыҡ пунктында дарыуҙар һатыу ойошторолған. 2026 йылда тағы ла 13 ФАП дарыуҙар һатыуға “Янтарь” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән килешеү төҙөнө. Хәҙер халыҡ ауылдарҙағы фельдшер-акушерлыҡ пункттарында тәү сиратта кәрәкле дарыуҙар һатып ала аласаҡ: анальгетиктар, спазмолитиктар, вирустарға ҡаршы дарыуҙар, күҙ тамсылары, майҙар, гипотензивтар, бронхолитиктар, аллергияға ҡаршы һ. б. препараттар. Шулай уҡ һатыуҙа медицина тәғәйенләнешендәге бинттар, шприцтар һәм башҡа изделиелар буласаҡ.
Ауылдарҙағы фельдшер-акушерлыҡ пункттары түбәндәге адрестар буйынса урынлашҡан:
Яңы Мөсәт ауылы, Заки Валиди урамы, 15А,
Иҫке Мөсәт ауылы, Саҡмағош урамы,20А,
Яңы Собханғол ауылы, Үҙәк урам,18А,
Ғәҙелгәрәй ауылы, Шүлгән урамы, 25,
Кейекбай ауылы, Салауат Юлаев урамы, 25,
Мәндәғол ауылы, Ағиҙел урамы, 23,
Мәһәҙей ауылы, Зәки Вәлиди урамы, 41А,
Яуымбай ауылы, Зәки Вәлиди урамы,15А,
Мораҙым ауылы, Мәктәп урамы, 27,
Нәби ауылы, И.Рәхмәтуллин урамы,29,
Ғәлиәкбәр ауылы, Үҙәк урам,86,
дөйөм практика табибы офисы: Ырғыҙлы ауылы, Пугачев урамы,11,
амбулатория: Байназар ауылы, Салауат Юлаев урамы,97.