Йәмғиәт
13 Ғинуар , 12:19

19 ғинуар - Керәшен байрамы

Православ христиандар Иисус Христостың (Ғайса пәйғәмбәрҙең) суҡындырылыуын, йәғни Керәшен байрамын билдәләй. 18 ғинуарҙан 19-на ҡарай төндә махсус уйылған мәкеләргә сумып сафлана, ул өс көн дауам итә. Дини ышаныуҙар буйынса тап ошо көндәрҙә барлыҡ йылға, шишмә, күлдәрҙәге һыу изге һанала. Бөрйән районы хакимиәтенең 2026 йылдың 12 ғинуарындағы №1-р һанлы ҡарарына ярашлы, Иҫке Собханғол ауылындағы Ағиҙел йылғаһының һул яҡ ярына сыҡҡан күпер янында Дини ғибәҙәт ҡылыу һәм крещение сумыуҙары өсөн махсус урын билдәләнгән. 18 ғинуарҙан 19-на ҡарай төндә  20.00 сәғәттән 07.00 сәғәткә тиклем һыу инеү урынында ҡотҡарыусылар, полиция һәм ашығыс ярҙам хеҙмәттәре дежур итәсәк.

19 ғинуар - Керәшен байрамы19 ғинуар - Керәшен байрамы
19 ғинуар - Керәшен байрамы

Был осорҙа хәүефһеҙлек мәсьәләһенә айырыуса иғтибар бирелә. Хакимиәт ҡарарына ярашлы, урындарҙа крещение сумыуҙары ваҡытында кешеләрҙең именлеге өсөн яуаплы хеҙмәткәрҙәр тәғәйенләнгән. Уларға йыһазландырылмаған һыу инеү урындарында ҡатмаған боҙ өҫтөнә сығырға ярамағанлығы һәм был урында һыу инеү тыйылыуы хаҡында аншлагтар, белдереүҙәр ҡуйырға, һыу инеү ваҡытында кешеләрҙең күпләп йыйылыуына юл ҡуймаҫҡа, махсус йыһазландырылған урында ғына һыу инеүҙе тәьмин итергә, бер үк ваҡытта бер кешенән артыҡ кешене һыуға төшөрмәҫкә һәм кешеләрҙең иҫерткес эсемлектәр эскән килеш һыу инеүен тыйыу бурысы ҡуйыла.

Сиркәү ҡанундары буйынса Керәшен төнөндә һыуға сумыу мотлаҡ түгел. Руханиҙар ғына түгел, ә табиптар ҙа был мәлдә мөмкин тиклем һаҡ булырға саҡыра. Һыу инеү йөрәк –ҡан тамырҙары сирҙәре, нерв системаһы ауырыуҙары менән яфаланыусыларға ҡәтғи тыйыла. Керәшен байрамы уңайынан байрам литургиялары, дини йолаларҙы үтәү алдағы көндәрҙә лә дауам итәсәк. Тик байрам осоро менән православ христиан дине вәкилдәре ғәҙәти тормош билдәләре – кешелеклек, бер-береңә ихтирам һәм иғтибар тураһында онотмаҫҡа саҡыра. Иисус Христостың үткән яфалары ла тап кешелекте кешелекле итеүгә бағышланған.

фото: архивтан

19 ғинуар - Керәшен байрамы
19 ғинуар - Керәшен байрамы
19 ғинуар - Керәшен байрамы
19 ғинуар - Керәшен байрамы
Автор:
Читайте нас