

Ул хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була, әммә хәрби комиссариат уның ата-әсәһенә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының ғаилә ағзалары тигән танытмаларын биреүҙән баш тарта. Прокурорҙың дәғүәһе буйынса суд хәрби комиссариатҡа был ҡарарҙы яңынан ҡарарға ҡуша.
Суд прокурорҙың МХО ҡатнашыусыһының әсәһенә аҡсаһын ҡайтарыу тураһындағы дәғүәһен ҡәнәғәтләндерҙе.
Махсус хәрби операция сиктәрендә хеҙмәт иткән ир әсәһенең банк иҫәбенә аҡса күсергән. Ҡатын-ҡыҙ һуңынан яңылышлыҡ менән бөтә сумманы билдәһеҙ кешегә күсергән. Прокурорҙың дәғүәһе буйынса суд аҡсаны үҙ ирке менән кире ҡайтармаған Бөрйән районы кешеһенән нигеҙһеҙ байыу суммаһын түләтте.
Суд прокурорҙың етем баланы торлаҡ алыу исемлегенә индереү тураһындағы дәғүәһен ҡәнәғәтләндерҙе.
Ҡыҙға, мөрәжәғәт итеү ваҡыты үтеү һылтауы менән, социаль торлаҡ алыу өсөн иҫәпкә ҡуйыуҙан баш тарталар. Прокурорҙың дәғүәһе буйынса суд тарафынан уның хоҡуҡтары тергеҙелә.
АНДРЕЙ ЁЛКИН, район прокуроры